Мораҙым
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2021, 19:39

Телде һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индер!

2012 йылдан Рәсәй фәндәр академияһының В.П.Иванников исемендәге Системалы программалаштырыу институты Lingvodoc (Лингводок) проектын тормошҡа ашыра. Ул Рәсәй Президенты гранттары фонды ярҙамында булдырылған.

Телде һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индер!
Телде һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индер!

Был система телдәрҙе күп тапҡыр ҡулланыла торған уртаҡ документацияға берләштерә, төрлө һүҙлектәр төҙөүгә, тауыш һәм текст материалдары менән ғилми нигеҙҙә эшләргә ярҙам итә.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә 136 телгә юғалыу хәүефе янай. Ә Lingvodoc платформаһы ярҙамында ул телдәрҙе һаҡлау, һанлы форматҡа күсереү мөмкинлеге бар.
Төп үҙенсәлек шунда: Lingvodoc платформаһын үҫтереүҙә һәр кем ҡатнаша ала! Бының өсөн эргә-тирәгеҙҙәге, ауылығыҙҙағы оло йәштәге кешеләрҙән, тарих, тел менән ҡыҙыҡһыныусыларҙан һәм тел яҙмышына битараф булмағандарҙан урындағы диалектта, йәнле һөйләш ярҙамында әкиәттәр, риүәйәттәр, шиғырҙар, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр, тарихтар һәм башҡа ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яҙҙырып алырға һәм был мәғлүмәттәрҙе Telegramдағы платформаға ебәрергә кәрәк.

Барыһы ла үтә ябай:
1) Telegram ҡушымтаһын гаджетығыҙға ҡуйығыҙ.
2) https://t.me/lingvodoc_support каналына яҙылығыҙ.
3) Шәхси мәғлүмәттәрегеҙ менән аудияҙмаларҙы шунда ебәрегеҙ.

Программа белгестәре уларҙы эшкәртәсәк һәм киләсәктә электрон уҡытыу программаһы булдырыласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге әҙәби нормаларҙы ғына өйрәнеү түгел, ә нәҫелең, яҡындарың, ырыуҙаштарың һөйләшкән телде өйрәнеү мөмкинлеге лә барлыҡҡа киләсәк. Һис шикһеҙ, был эште урындағы халыҡтың һәм тел уҡытыусыларының ярҙамынан башҡа атҡарып булмай. Был тәңгәлдә эшләгән, телде һанлаштырыу, уҡытыу программаларын төҙөгән ғалимдарға ла яҡлау кәрәк, сөнки һүҙ, ғөмүмән, туған телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау, үҫтереү хаҡында бара, шул иҫәптән башҡорт телен һәм уның диалекттарын да.
Әйткәндәй, күптән түгел Өфөлә тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы үткәйне. Унда Рәсәй Фәндәр академияһының Телдәрҙе өйрәнеү институты белгесе, лингвист, филология фәндәре докторы Юлия Норманская сығыш яһаны. Ғалим башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын Lingvodoc платформаһында һанлаштырыу йәһәтенән мастштаблы эш башларға тәҡдим итте.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына арналған докладында ул XIX быуатта Николаем Катанов туплаған документтарҙа туҡталды. Ғалим улар буйынса түбәндәге һығымта яһаған: морфология күҙлегенән ҡарағанда, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты татар теленән айырыла һәм башҡорт теленең көнсығыш диалектына яҡыныраҡ, әммә элегерәк ул тағы ла ҙурыраҡ төрлөлөк менән айырылып торған.

«Төньяҡ-көнбайыш диалектының күпселек уникаль үҙенсәлектәре онотолған, шуға күрә әлеге ваҡытта диалект буйынса бәхәстәр бара, әммә XIX быуат документтарына күҙ һалһаң, улар шунда уҡ хәл ителә.
Иң мөһиме, төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашҡан кешеләргә яйлы булһын. Әгәр ҙә уларға ғаиләлә аралашҡан, балалары һөйләшкән телде өйрәнеү уңайлы икән – был яҡшы башланғыс. Әммә был эштә лингвистар ҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш. Тап лингвистар һөйләштең үҙенсәлектәрен һүрәтләргә, төньяҡ-көнбайыш диалектының өҫтөнлөклө вариантын булдырырға тейеш. Унан, бәлки, был телдә уҡытыу, дәреслектәр булдырыу мәсьәләһе лә хәл ителер. Был саҡта бәхәстәр ҙә сикләнер ине.
Һис шикһеҙ, әҙәби башҡорт телен өйрәнеүҙе лә күҙҙән яҙлыҡтырырға ярамай, сөнки республика тормошо уға нигеҙләнгән. Төньяҡ-көнбайыш диалектын йөрөтөүселәрҙең быны иҫәпкә алыуы һәм диалекттарына айырым тел тип ҡарамауы мөһим, сөнки XIX быуатта ул әлеге әҙәби башҡорт теленә ни тиклем оҡшаш булыуын күрәбеҙ», – тип билдәләй Юлия Норманская.

Автор:
Читайте нас: