Мораҙым
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентября 2021, 09:41

Бай ихата

"Шәп баҡса" рубрикаһын был айҙа тағы ла киңәйтеңкерәп, "Бай ихата", "Ҡурам тулы - мал-тыуар"  тип дауам итергә булдыҡ. Ни хәтлем ҡоролоҡта ла уңған хужалар мул итеп баҡса үҫтерҙе,  тирә-яғын күҙ ҡамаштырырлыҡ гөл-сәскәгә күмде. Әле иһә яуынға ла ҡарап тормай, уңыш йыя, картуф ҡаҙа. Хәйер, ергә әллә ни үтеп тә өлгөрмәгәндер әле был ямғыр. 

Быйыл нисек булды картуф? Әйҙәгеҙ әле, төркөмдәштәр, фотоһүрәттәрегеҙҙе ебәрегеҙ, уңыш сере менән уртаҡлашығыҙ.
 "Быйылғы йыл өсөн картуф һуҡранырлыҡ түгел инде. Етмәһә, һуң сәстек. 24 май ине. Әлегә бер ҡырҡым, 10 төп һәм 30 рәттән сыҡҡан картуфтан Өфөгә 2 күнәк, әтейемә бер күнәк, үҙебеҙ әллә күпме ашаныҡ, өйгө баҙға 7 күнәк, 6 күнәк орлоҡ, өс күнәк вағы сыҡты.
Мин был тиклем байлыҡҡа ҡыуанып йөрөйөмсө. Әле әллә күпме ере ҡаҙылмаған. Үҙебеҙҙән арттырып, әҙерәк һатып та ебәрермен тигән уй бар әле", - тип яҙа беҙгә әүҙем төркөмдәшебеҙ Айгөл Миңлебаева.
 
Бай ихата
Бай ихата
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас