

“Тәүәкән” йәмғиәтенең Һарытау бригадаһында кукурузды сабырға тәүгеләрҙән булып тәжрибәле механизатор, алдынғы ер эшсәне Ринат Ғәҙләев төштө.
Тап ул бөтә эшкә дөйөм йүнәлеш бирҙе. Үҙенә беркетелгән “Ягуар” тракторында ул бер туҡтамай эшләй, тәжрибәле водителдәр – Константин Породькин, Валерий Плаксин, Ғәйфулла Вәлитов һәм өлкәндәрҙән өлгө алып эшләгән йәш шофер Айнур Әбдрәхимовтар йәшел массаны Исем һөт-тауар фермаһына саҡ ташып өлгөрә.
Йәшел массаға консервант менән бергә ҡушырға кәрәкле һыуҙы килтереү эше тракторсы Нәғим Хөсәйеновҡа йөкмәтелгән.
Билдәле игенсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ревал Әбдрәхимов үҙенә генә хас оло яуаплылыҡ менән силосты тигеҙләү эшен башҡара.