Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Августа 2021, 10:10

Осрашыуҙар - үҙе бер ғүмер

Йәй – күңелле осрашыуҙар осоро. Тап ошо миҙгелдә күп ауылдарҙа яҡташтар, класташтар менән осрашыуҙар үтә.  Үткән шәмбе Яңы Покровка мәктәбен 2000 йылда тамамлаусы сығарылыш класс уҡыусылары тыуған мәктәптәренә осрашыу кисәһенә йыйылды. Был тантананы улар мәктәптең 30 йыллыҡ юбилейына һәм белем усағын тамамлауҙарына 20 йыл тулыуға арнаны.  Осрашыу мәктәптә ойошторолған, ҡасандыр ошо мәктәптә белем алып, ҡанаттарын нығытып, оло юлға аяҡ баҫҡан, хәҙер инде республиканың төрлө район-ҡалаларында ғүмер иткән һәм уңышлы эшләп йөрөгән ҡыҙҙар-егеттәр хөрмәтләп үҙҙәренең уҡытыусыларын - Әлмира Аллағыуатова, Зифа, Динә Хәсәновалар, Рәмилә, Сабира, Рим, Ғәзиз Сәйетбатталовтар, Рәмил Йәрмөхәмәтов, Фәрҙәнә Изгина, Миңлегөл Искәндәрова, Наилә, Фәриҙә Ҡолтаевалар, китапханасы Зөлфиә Әхмәрова, техник персонал Гөлсирә Йәрмөхәмәтова менән Сәймә Байгилдиналарҙы саҡырған. Уларҙың һәр береһенә рәхмәт һәм ихтирам йөҙөнән фамилиялары яҙылған асҡыс һауыттары һәм рәхмәт хаттары тапшырған. Афарин! Гел шулай дуҫ, татыу булығыҙ! Бер-берегеҙҙең хәлен белеп, күрешеп-осрашып тороуҙар үҙе бер ғүмер бит.    

Осрашыуҙар - үҙе бер ғүмерОсрашыуҙар - үҙе бер ғүмер
Осрашыуҙар - үҙе бер ғүмер

Йәй – күңелле осрашыуҙар осоро. Тап ошо миҙгелдә күп ауылдарҙа яҡташтар, класташтар менән осрашыуҙар үтә.

 Үткән шәмбе Яңы Покровка мәктәбен 2000 йылда тамамлаусы сығарылыш класс уҡыусылары тыуған мәктәптәренә осрашыу кисәһенә йыйылды. Был тантананы улар мәктәптең 30 йыллыҡ юбилейына һәм белем усағын тамамлауҙарына 20 йыл тулыуға арнаны.

 Осрашыу мәктәптә ойошторолған, ҡасандыр ошо мәктәптә белем алып, ҡанаттарын нығытып, оло юлға аяҡ баҫҡан, хәҙер инде республиканың төрлө район-ҡалаларында ғүмер иткән һәм уңышлы эшләп йөрөгән ҡыҙҙар-егеттәр хөрмәтләп үҙҙәренең уҡытыусыларын - Әлмира Аллағыуатова, Зифа, Динә Хәсәновалар, Рәмилә, Сабира, Рим, Ғәзиз Сәйетбатталовтар, Рәмил Йәрмөхәмәтов, Фәрҙәнә Изгина, Миңлегөл Искәндәрова, Наилә, Фәриҙә Ҡолтаевалар, китапханасы Зөлфиә Әхмәрова, техник персонал Гөлсирә Йәрмөхәмәтова менән Сәймә Байгилдиналарҙы саҡырған. Уларҙың һәр береһенә рәхмәт һәм ихтирам йөҙөнән фамилиялары яҙылған асҡыс һауыттары һәм рәхмәт хаттары тапшырған.

Афарин! Гел шулай дуҫ, татыу булығыҙ! Бер-берегеҙҙең хәлен белеп, күрешеп-осрашып тороуҙар үҙе бер ғүмер бит.  

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас