Мораҙым
+17 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Август 2021, 04:25

Әллә йәй ҙә үтә инде

Әллә йәй ҙә үтә инде, Һалҡын ел иҫә? Алыҫтағы нәжәғәй ҙә Балҡыны кисә. Әллә ысынлап та етә Йәйҙең көҙҙәре? Был тиклем хисләнмәй ине Йәнем элгәре. Аһ-һай, көҙҙәр етәлер был, Ҡағынғы килә! Булғанын, булмағанын да Һағынғы килә... Күҙ асып ҡына йомғансы Миҙгелдәр уҙа. Боҫоп, елеп шул мәлдәрҙә Их... Илатып та йырлатып, Ғүмерҙәр уҙа... (Миләүшә Ишемғолова- Ҡыҙрасова)

Әллә йәй ҙә үтә индеӘллә йәй ҙә үтә инде
Әллә йәй ҙә үтә инде

Әллә йәй ҙә үтә инде,
Һалҡын ел иҫә?
Алыҫтағы нәжәғәй ҙә
Балҡыны кисә.

Әллә ысынлап та етә
Йәйҙең көҙҙәре?
Был тиклем хисләнмәй ине
Йәнем элгәре.

Аһ-һай, көҙҙәр етәлер был,
Ҡағынғы килә!
Булғанын, булмағанын да
Һағынғы килә...

Күҙ асып ҡына йомғансы
Миҙгелдәр уҙа.
Боҫоп, елеп шул мәлдәрҙә
Их...
Илатып та йырлатып,
Ғүмерҙәр уҙа...
(Миләүшә Ишемғолова- Ҡыҙрасова)

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас