

Кешене хеҙмәт һәм күркәм холоҡ биҙәй тигән әйтем тулыһынса минең еңгәм Фәтҡуллина Фирүзә Басир ҡыҙына ҡағылалыр ул. Эйе, тормошто ихлас яратҡан, һәр яҡлап өлгөр, ижади ҡарашлы, алсаҡ, егәрле, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған еңгәм Фирүзә Басир ҡыҙы ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Йәшелсә-емешкә бай, йомарт август айында тыуғанғамы күңеле лә изгелеккә бай уның.
Гөлбаныу һәм Басир Яҡуповтарҙың ғаиләһендә көтөп алған беренсе бала булып донъяға килә ул. Яңауыл ауылы мәктәбендә ғүмере буйы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән әсәһе Гөлбаныу Ғиниәт ҡыҙының ҙур ярҙамсыһы булып, үҙенән һуң тыуған 4 туғанына хәстәрлекле апай булып буй еткерә. Әсәһе һымаҡ педагог булыу теләге менән янған ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, күңел ҡушыуы, йөрәк ынтылышы буйынса Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын Яңауыл мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Үҙ-үҙенә талапсан, эш, балалар өсөн яуаплылыҡ, башланған эште мотлаҡ аҙағына еткереү уның булмышына тап килә. Тырыш һәм ижади ҡарашлы педагог булараҡ Фирүзә Басир ҡыҙы һәр саҡ үҙ өҫтөндә эшләй, ситтән тороп юғары белем дә ала. Мәғариф өлкәһендә эшләү дәүерендә балаларҙың һөйөүен, ата-әсәләрҙең ышанысын, хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулап, үҙен эшкә яуаплы ҡараған белгес итеп танытты. Яратҡан һөнәренә 35 йыл ғүмерен бағышланы Фирүзә Басир ҡыҙы. Хеҙмәте маҡтау ҡығыҙҙары, рәхмәт хаттары менән баһаланды. Ә иң мөһиме ҡулдарынан тотоп яҙырға, хәрефтәр танырға өйрәткән уҡыусыларының, тиҫтә йылдар үткәс, гөлләмәләр тотоп, яратҡан беренсе уҡытыусыларын байрамдар менән ҡотларға килеүселәр. Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙур шатлыҡтың, ошонан да ҙур баһаның булыуы мөмкин түгел.
Кем уйлаған, бәләкәй сағымда урамда бергә уйнап үҫкән ҡыҙ йылдар үтеү менән минең еңгәм булып китер тип. Эйе, ғүмерлек мөхәббәте өс өй аша ғына йәшәгән икән. 7 йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң 1983 йылдың йәмле йәйендә ағайым Хәниф Хәсән улы менән яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы 2 улдары тыуа. Балаларына юғары белем алырға ярҙам итеп, матур итеп туйҙар үткәреп, тормош юлына сығарҙылар. Әле лә ярҙамдарынан өҙмәйҙәр. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап уңғандар. Оло улдары Хәлит Ирина киленебеҙ менән Стәрлетамаҡта йәшәй, 2 бала үҫтерәләр. Кесе улдары Фәрит тә Стелла киленебеҙ менән 2 ҡыҙ үҫтерә, Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр.
Килен ҡәйнә буҫағаһынан ярала тигәндәй, әсәйем киленен (еңгәмде) бик яратты, “минең дүртенсе ҡыҙым”, тип әйтә торғайны. Ә еңгәм: “Бейемем мине бөтә нәмәгә өйрәтте, иң тәү сиратта сабырлыҡҡа”, – тип әйтергә ярата. Изге күңелле еңгәм бейемен 16 йыл, ҡайныһын 32 йыл ҡарап, уларҙың рәхмәтен, бәхиллеген алып һуңғы юлға оҙатты.
Фирүзә еңгәм тормош иптәшенә тоғро ҡатын, улдарына һөйөклө әсәй, килендәренә хәстәрлекле ҡәйнә, ә инде ейән-ейәнсәрҙәре – Диана, Динар, Самира, Илнара өсөн яратҡан ҡәрсәй ҙә. Мин үҙ ғүмеремдә балалары өсөн шул тиклем дә өҙөлөп торған кешенә башҡа осратҡаным булманы.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, еңгәмдең бер генә лә тик ултырғанын күргән юҡ. Һәр ваҡыт йүгергеләп эш өҫтөндә. Ауылда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашырға өлгөрә. Хәниф ағайым менән кәртә тултырып мал тоталар, ҡура тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Ә ишек алдын йәмләп, төрлө-төрлө сәскәләре үҫә. Оҙон ҡыш көндәрендә ҡулына бәйләмен ала. Килендәренә, ейән-ейәнсәрҙәренә иҫ киткес матур кофталар, күлдәктәр, башлыҡтар бәйләп кейҙерә. Хатта заказға ла бәйләй, һатыуға сығара. Аш-һыуға ла оҫта минең еңгәм. Үҙен ҡунаҡҡа саҡырһаң, ишектән иң беренсе ҙур бәлештәре күренә, шунан үҙе килеп инә. Бер ваҡытта ла бәлештәрһеҙ ҡунаҡҡа йөрөмәҫ. Бына шундай ҡар өҫтөндә ҡаҙан аҫырлыҡ кеше ул минең еңгәм – серҙәшем, рухташым, яҡын кешем! Мин уны яратып, еңгәйлүк тип йөрөтәм. Тыуған йортобоҙға, атай нигеҙенә ҡайтып йөрөргә әлдә әле еңгәм менән ағайым бар, тип ҡыуанабыҙ.
Хөрмәтле киленебеҙ, еңгәбеҙ, инәйебеҙ Фирүзә Басир ҡыҙы Фәтҡуллинаны оло юбилейы менән ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!
Ҡартлығыңдың йәшлеген бәлә-ҡазаһыҙ, ҡайғыһыҙ, бәхет-шатлыҡта балаларыңдың, хәләлеңдең һөйөүенә төрөнөп кенә үтергә яҙһын. Иң мөһиме – иҫән-һау, сәләмәт бул. Беҙҙе шулай ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йәшә!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Тормош иптәшең, балаларың, һылыуҙарың, ҡустыларың, апайҙарың-еҙнәләрең, уларҙың балалары исеменән бикәсең Гөлфиә Искәндәрова.
Мораҡ ауылы.