

Ошо көндәрҙә беҙҙең Үрге Мөрсәләй ауылы ҙур техника тауышынан гөрләп торҙо – ауыл урамдарын капиталь ремонтлау буйынса эш башҡарылды, урамдың 1,5 километр самаһы арауығына ҡырсынташ түшәлде.
Эштәрҙе шәхси эшҡыуар Азат Ишбулдиндың бригадаһы алып барҙы. Яҙғы ташҡын мәлендә күләүектәр тарафынан йыуылып, соҡорланып бөткән урындар тигеҙләнеп, юл күтәрелеп ҡалды.
Беҙҙең ауыл бәләкәй генә буыуына ҡарамаҫтан, район, ауыл хакимиәте иғтибарынан бер ҙә ситтә ҡалмай. Һуңғы 15 йыл эсендә Үрге Мөсәләйҙә юлдар хәҙер өсөнсө тапҡыр төҙөкләндерелә. Үткән йыл “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса янғындар мәленә кәрәк булыу ихтималлығынан сығып, һыу скважинаһы быраулағайнылар. Былтыр каникул, ял ваҡыттарында үҫеп килеүсе йәш быуын ялын файҙалы итеп үткәрһен өсөн ауылға балалар уйын майҙансығы урынлаштырылды. “Айыҡ ауыл” республика конкурсы финалына сығып, еңеүселәр рәтендә алған аҡсаға мәҙәниәт усағы эстән дә, тыштан капиталь ремонтланды. Беҙҙә йыл да нимәлер эшләнеп тора, ауыл күркәмләнә бара.
Үрге Мөрсәләйҙәге урам юлын рәтләгән тракторсыларға, водителдәргә, ошо ҙур эште ойошторған ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙинға ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, эштәрендә уңыштар теләйем.