

Август баштарында Күгәрсен ауылы ир-егеттәре бик изге эш эшләне - зыяраттың емерелгән кәртәләүҙәрен йүнәтеп ҡуйҙы. Яҙғы һыуҙар аҡҡандан һуң ишелеп бөткән ярҙы ҡул көсө менән генә эшләргә мөмкин түгел ине, бында техника ла талап ителде. Шуға күрә кемдең ехникаһы бар, улар үҙҙәренең техникаһын алып килде. Хатта ҙур “КамАЗ” машинаһы ла килтерелде. Өмә көн оҙонона һуҙылды, әммә иң мөһиме, зыярат тулыһынса кәртәләп ҡуйылды. Ошо изге эште башҡарып сыҡҡан егеттәргә ҙур рәхмәт, афарин, егеттәр! Ауыл ҙур, өмәгә ауылдың иң-иңдәре генә сыҡҡайны. Ошо маҡтаулы эште ойошторған ауыл биләмәһе башлығы Аллабирҙин Рафаэль Хәйбулла улына, ауылыбыҙ уңғаны, эшҡыуар, бөгөнгө көндә Иҫәнғолда йәшәүсе Хәлитов Риф Баҡый улына айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтке килә.