Мораҙым
+10 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
9 Августа 2021, 10:12

Яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы

Тәүәкәндәр, мәҡсүттәр, мораҡтар, бикҡужалар... Шәмбе көндө район үҙәгендә “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” проекты буйынса ойошторолған йәрминкәлә төрлө ауыл уңғандары, эшҡыуарҙар һатып алыусыларға үҙ продукцияһын тәҡдим итте.  Халҡыбыҙҙың эшһөйәрлеген, көнкүрешен сағылдырған сауҙа рәттәрендә хуш еҫле бал, яңы ғына ҡыҙыу мейестән сыҡҡан бәлеш, ҡаластар, баҡса емешен генә түгел, оҫталарҙың күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәрен һатып алырға мөмкин ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙыЯҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы
Яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы

Тәүәкән йәмғиәте, Наилә Кинйәбаеваның икмәкханаһы һәр ваҡыттағыса тәмле бәлештәре, Айдан Баев ҡайын һағыҙы менән ҡулланыусыларҙы һөйөндөрҙө. Түбәнге Бикҡужа оҫтаһы – Мөхәрәм Мәғизовтың ағастан эшләнгән төрлө йәнлек һындары, “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда сигеү менән шөғөлләнгән Марина Кузовенконың матур картиналары иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

 Ә Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән йәмле паркта кискә тиклем балаларҙың шат тауышы тынманы. Кискеһен популяр артистар - Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәил Өмөтбаев, Ришат Рәхимов, Рөстәм Ғәзизуллин ҡатнашлығында уҙған концерт халыҡ өсөн шәп шәмбе бүләге булды.

 Ысынлап та, үткән шәмбеләр күңелдәрҙә тик яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас