Мораҙым
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
5 Августа 2021, 10:19

Батыр рухы - ҡанда, күңелдә

Кисә Ялсы ауылында яҡташыбыҙ – Советтар Союзы Геройы Фәттәх Ғәфүрйән улы Шәмғоловтың тыуыуына 100 йыл булыу айҡанлы үткәрелгән тантана ил батырының туғандарын, ҡәрҙәштәрен бер урынға тупланы.  Мәләүездә ғүмер итеп, әле тыуып-үҫкән яҡтарына ҡайтып төпләнергә иҫәпләгән Әлмира менән Альберт Вәлиевтар ҙа был иҫтәлекле сараға ашҡынып килгән. Мәскәү дәүләт университетында белем алып, илебеҙ баш ҡалаһында әле төҙөлөш компанияларының береһен етәкләгән улдары – Альфред та, БДУ тамамлап ҡасандыр “Юлдаш” радио тулҡындарында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙары менән халыҡты ҡыуандырған, хәҙер себер тарафтарында ғүмер итеүсе ҡыҙҙары – Әлфинә лә алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтып, үҙ тамырҙарына битараф түгеллеген иҫбатланы.

Батыр рухы - ҡанда, күңелдәБатыр рухы - ҡанда, күңелдә
Батыр рухы - ҡанда, күңелдә

 - Фәттәх Шәмғоловтың әсәһе Хәлимә Вәлиева – минең ҡартәсәйем була, - тип аңлатып үтте ғаилә башлығы Альберт Әнүр улы. – Был көн беҙҙең өсөн бигерәк тә әһәмиәтле. Ысын батыр ырыуынан булыуыбыҙ менән, әлбиттә, ғорурланабыҙ. Уға бөгөн оло хөрмәт күрһәтеп, тантанаға килеүселәргә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

 Батыр нәҫелен дауам иттереүсе йәштәр - Әлмира менән Альберт Вәлиевтарҙың улы һәм ҡыҙы сая рухлы, илһөйәр һәм телһөйәр булыуҙары менән һоҡландыра.

Альфред Мәскәү ҡалаһында ла үҙенең ыласындай башҡорт ырыуынан икәнлеген онотмай. Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, милләттәштәре өсөн һабантуйҙар ойоштороу, тирмәләр ҡороуҙа әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ спонсор ярҙамы күрһәтә. Әлфинә үҙе белем алған университет диуарҙарын һәм йәмле Өфө ҡалаһын, атай-әсәһенең баласағы һәм гүзәл йәшлеге үткән данлы Ялсы яҡтарын һағынып, был тарафтағы юлдарға саң ҡундырмай. “Бәлки, киләсәктә тыуған яҡтарға ҡайтып йәшәрбеҙ әле”, - ти. Күрәһең, батыр рухы барыбер ҙә үҙенә тарта...     

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас