+28 °С
Облачно
Әлмәс ауылынан Гөлфиә апай Киленбаеваның да баҡсаһы уңған. Емеш-еләк баҡсаһында ҡарағат, ҡыҙыл ҡарағат, ҡурай еләге, аҡ ҡарағаттар суҡ ҡына булып тәлгәшләнгән; йәшелсә баҡсаһында ҡыяр-помидор ҙа өлгөргән, ҡабаҡтар ҙа тәгәрәшеп ята, борсаҡтар ҙа ҡуҙаҡланған, боростар ҙа итләсләнгән, сәскәләр ҙә күҙҙең яуын ала.