Мораҙым
+1 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Августа 2021, 10:57

Иҫәп алыу башланды

1 августан бөтә илдә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында тәүге тапҡыр ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторола. Кампания барышында ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар, шәхси хужалыҡ алып барған ауыл граждандары иҫәпкә алынасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫәп алыу башландыИҫәп алыу башланды
Иҫәп алыу башланды

Беҙҙең районда 18 ауыл хужалығы ойошмаһын, 100-ҙән ашыу крәҫтиән-фермер һәм 12 773 шәхси хужалыҡтарҙы яҙып алырға кәрәк. Әлеге мәлдә 27 иҫәп алыусы граждандарҙың ер участкалары, баҫыу майҙансыҡтары, ауыл хужалығы малдары тураһында мәғлүмәт туплар өсөн шәхси хужалыҡтар буйлап йөрөй башланы. Бер ай буйы иҫәп алыусылар районда ауыл хужалығы тураһында мәғлүмәт йыя. Иҫәп алыу Рәсәйҙең ауыл хужалығы хәле тураһында объектив мәғлүмәт алырға булышлыҡ итәсәк. Росстат бирелгән мәғлүмәттең конфиденциаллеген гарантиялай. Бөтә мәғлүмәт дөйөмләштерелгән килеш кенә ҡулланыла. Шәхси хужалыҡ тураһында һорағанда документтарҙы күрһәтеү мотлаҡ түгел.

 2021 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашыусы иҫәп алыусылар йәшел төҫтәге махсус экипировкала (логотиплы жилет һәм бейсболка) була, уларҙа планшетлы компьютер һәм танытма бар (ул паспорт күрһәткәндә генә ғәмәлдә).

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас