Мораҙым
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
1 Августа 2021, 06:05

"Шәп баҡса" Вәлит ауылынан Ишкинина Миңлегөл

Ялсы ауыл биләмәһенең Вәлит ауылында йәшәгән Миңлегөл апай Ишкининаны тирә-яҡта оҫта ҡуллы, уңған хужабикә булараҡ та яҡшы беләләр. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ишек алдын гөл-сәскәләр йәмләһә, баҡсаһында йәшелсә-емеше емерелеп уңа.  

Ялсы ауыл биләмәһенең Вәлит ауылында йәшәгән Миңлегөл апай Ишкининаны тирә-яҡта оҫта ҡуллы, уңған хужабикә булараҡ та яҡшы беләләр. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ишек алдын гөл-сәскәләр йәмләһә, баҡсаһында йәшелсә-емеше емерелеп уңа. "Миңлегөл апай менән Миңлеғәли ағай бик тырыш ғаиләләрҙең береһе. Ҡулдарынан килмәгән бер эш тә юҡтыр! Йыл да күп итеп ҡош-ҡорт - өйрәк, ҡаҙ, бройлер тауыҡтары- ҡарап үҫтерәләр, баҡсалары ла тап-таҙа, бер ҡый үләне күрмәҫһең. Ниндәй генә емеш-еләк юҡ унда! Ул алма, еләк, ҡарағат, ҡурай еләге, сейә һәм башҡа, һәм башҡа емеш-еләктәрҙән йыл да мул уңыш алалар", -тиҙәр ауылдаштары Ишкининдар тураһында. Әйткәндәй, Ишкининдар биләмәлә үткән бөтә йәмәғәт башланғыстарының, мәҙәни сараларының уртаһында ҡайнай. Тырышлыҡтары менән күптәргә өлгө булып торған был ғаилә район хакимиәте тарафынан махсус бүләктәр, почет грамоталары менән дә бүләкләнгән. 

 

 

 

 

"Шәп баҡса" Вәлит ауылынан Ишкинина Миңлегөл
"Шәп баҡса" Вәлит ауылынан Ишкинина Миңлегөл
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас