Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Августа 2021, 09:10

"Шәп баҡса" рубрикаһы. Ләйсән Хәйбуллина

Уңған хужабикә Ләйсән Хәйбуллинаның да йорто йыл әйләнәһенә гөл-сәскәлә. Йәй буйы гөлбаҡсаһы хуш еҫ бөркһә, ҡыш - бүлмә гөлдәре ҡыуандыра. Сәскәһенең ниндәйе генә юҡ: ул ағы, ҡыҙылы, һарыһы, алһыуы, зәңгәре! Һәр береһенең исем-атамаһын белеп бөтөрлөк түгел. Төҫтәр байлығынан күҙ сағыла хатта!  Йәшелсә баҡсаһы ла уңған. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра тигәндәй, уңған хужабикә ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләп, емеш-еләген, йәшелсәләрен туңдырып, салаттар ябып әҙерләй ҙә башлаған. 

"Сәскә тормошобоҙға йәм бирә бит. тҽрҽ булғаны өсөн яратам уларҙы. Тәрбиәләү, сәскә атҡанын күҙәтҽү, орлоғон көтөп алыу үҙе бер бәхет. Тумалаған гөлдәрҙе күреп бер ҡыуанһам, асылғанын күреп тағы бер шатланам. Күңел үҙенән үҙе матурлыҡҡа ынтыла. Баҡсам ҙур түгҽл һыйғанынса бөтәһҽ лә бар.  Яратып эшләгән салаттар - "Тҽщин язык", баклажанлы салат, лечо, "Зимний король","Огурцы в томатҽ". Соустар ябам помидор мҽнән алманан. Башлыса шулар инде. Баҙҙа һаҡлайым, йыл әйләнәһҽнә ултыра, бҽрҽһҽ лә боҙолмай, Аллаға шөкөр", - ти Ләйсән. 

 

"Шәп баҡса" рубрикаһы. Ләйсән Хәйбуллина
"Шәп баҡса" рубрикаһы. Ләйсән Хәйбуллина
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас