+2 °С
Ясно
Бына шул матур, мул уңышлы миҙгелдә беҙ ҙә "Шәп баҡса" тигән ябай ғына рубрика асып ебәрергә булдыҡ. Рубриканы асып, Бикбулат ауылында йәшәгән Миңзәлә апай Ғүмәрованың баҡса күренештәрен тәҡдим итәбеҙ. Ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй булһа ла, уңғандар барыбер ҙә өлгөрә. Баҡсаһын да үҫтерә, гөл-сәскәһенә лә ваҡытын таба, бесәнен дә әҙерләй, малын да ҡарай, ҡош-ҡорто ла ҡараулы,донъяһы ла бағыулы. 