

Бикбулат ауылының аҡһаҡалы Хәсән Мәхийән улы районыбыҙҙың тиҫтере. Динилек, уҡымышлылыҡ уға заманында тирә-яҡта “Мәхийән мулла” тигән даны булған атаһынан бирелгән. Тиҫтерҙәре кеүек үк, Хәсән дә ун йәштән һабан менән ер һөрөп, ат егеп күбә тарттырып, колхозда баҫыу иңләп бесән сабып, артабан “сплав”та ҡатнашып ауыр эштә нығынып үҫә. Әрменән ҡайтыуына үткер күҙле, һиҙгер күңелле атаһы уға кәләшлеккә ҡыҙҙы һайлап ҡуйған була һәм һис яңылышмай. Мәләүез районы Томансы ауылынан олатаһына ҡунаҡҡа килеп йөрөгән, сабый ғына сағынан йәтимлектең бар әсеһен татып, донъя көтөргә өйрәнеп үҫкән Маһый Ҡыҙрас ҡыҙы ысынлап та алтын ҡуллы уңған хужабикә лә, һөйөклөһө өсөн йән атып торған сабыр холоҡло ҡатын да була. Колхозда, артабан Күгәрсен совхозының “Урал”бүлексәһендә гектарлап сөгөлдөрөн дә утай, урмансылыҡта төрлө эштәр башҡарып үҙен намыҫлы, бөтмөр зат итеп күрһәтә. Хәсән Мәхийән улы оҙаҡ йылдар урмансылыҡта эшләп, Хеҙмәт ветераны исеме менән хаҡлы ялға сыға. Хаҡлы ялда ла ваҡытын бушҡа сарыф итмәй – алты йыл Бикбулат ауылының имам-хатибы була, йәштәрҙе, халыҡты дингә ылыҡтырыу, иман юлына баҫтырыуға тос өлөш индерә.
Тимер туйын туйлаусы изгелекле ата-әсә хәҙер хәстәрлекле улдары, һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәре, ауылдаштарының оло хөрмәт-ихтирамына сорналып йәшәй. Үҙҙәре лә күркәм булмыштары менән тирә-яҡҡа иман нуры өләшеп, ҡәҙерлеләре, бикбулаттар өсөн рухи тотҡа булып тора.