Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2021, 06:15

Изге байрам менән, хөрмәтле мосолмандар!

 Ғайса ЯНБАЕВ, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы. Барлыҡ мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!  Мосолман донъяһындағы иң оло һәм изге байрамдарҙың береһе булған Ҡорбан ғәйете ислам диненең юғары әхлаҡи нигеҙҙәрен – мәрхәмәтлекте, изгелеклекте һәм кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата ихтирамын кәүҙәләндерә. Был байрам быуаттар дауамында кешеләрҙе берләштерә, миһырбанлыҡ һәм мосолман традицияларына ихтирам тәрбиәләй.  Шуныһы һөйөнөслө: дини ойошмалар тормошо әүҙем үҫешә, мәҙәниәт һәм мәғариф тармағында әһәмиәтле башланғыстар менән тулылана. Районда яңы мәсеттәр сафҡа инә, дини белем биреү системаһы камиллаша.  Изге байрам көнөндә һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, изгелек, тыныслыҡ һәм бәхет теләйем. Ҡорбан Ғәйете өйөгөҙҙө шатлыҡ-ҡыуаныстар, йөрәгегеҙҙе һөйөү һәм изгелек менән тултырһын!  

Изге байрам менән, хөрмәтле мосолмандар!
Изге байрам менән, хөрмәтле мосолмандар!

 Ғайса ЯНБАЕВ, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы:

Барлыҡ мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!

 Мосолман донъяһындағы иң оло һәм изге байрамдарҙың береһе булған Ҡорбан ғәйете ислам диненең юғары әхлаҡи нигеҙҙәрен – мәрхәмәтлекте, изгелеклекте һәм кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата ихтирамын кәүҙәләндерә. Был байрам быуаттар дауамында кешеләрҙе берләштерә, миһырбанлыҡ һәм мосолман традицияларына ихтирам тәрбиәләй.

 Шуныһы һөйөнөслө: дини ойошмалар тормошо әүҙем үҫешә, мәҙәниәт һәм мәғариф тармағында әһәмиәтле башланғыстар менән тулылана. Районда яңы мәсеттәр сафҡа инә, дини белем биреү системаһы камиллаша.

 Изге байрам көнөндә һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, изгелек, тыныслыҡ һәм бәхет теләйем. Ҡорбан Ғәйете өйөгөҙҙө шатлыҡ-ҡыуаныстар, йөрәгегеҙҙе һөйөү һәм изгелек менән тултырһын!

 

Автор:
Читайте нас: