Был көндө чиновниктарҙың хеҙмәт хаҡы һаҡлана. Документҡа ярашлы, республиканың дәүләт органдары етәкселәре ошондай ҡарар ҡабул итергә тейеш. Ә муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн был бойороҡ – тәҡдим рәүешендә генә. Республика етәксеһе шулай уҡ 19 июлде бөтәһе өсөн дә ял көнө итергә һәм урындарҙа «дежурныйҙар» һанын билдәләргә ҡушты.