Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2021, 12:10

Матур ғаилә – ил күрке

Районыбыҙҙа һоҡланғыс ғаиләләр бик күп. Улар матур парҙар булып, гөрләтеп донъя көтөүҙән тыш, тырышып эшләргә лә, төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Йомағужа ауылында йәшәүсе Фәнилә һәм Рефат Килсенбаевтар. Улар - Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡытыусылары, хеҙмәт стаждары 30 йылдан ашыу. Ике балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргән күркәм пар районда уҙған төрлө мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Килсенбаевтар күптән түгел “Мораҙым” гәзите үткәргән“Минең ғаиләм” фотоконкурсында ҡатнашты һәм икенсе урынға лайыҡ булды. Бөгөн уларға ниһайәт тейешле призды тапшырылды.

Районыбыҙҙа һоҡланғыс ғаиләләр бик күп. Улар матур парҙар булып, гөрләтеп донъя көтөүҙән тыш, тырышып эшләргә лә, төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Йомағужа ауылында йәшәүсе Фәнилә һәм Рефат Килсенбаевтар. Улар - Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡытыусылары, хеҙмәт стаждары 30 йылдан ашыу. Ике балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргән күркәм пар районда уҙған төрлө мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Килсенбаевтар күптән түгел “Мораҙым” гәзите үткәргән
“Минең ғаиләм” фотоконкурсында ҡатнашты һәм икенсе урынға лайыҡ булды. Бөгөн уларға ниһайәт тейешле призды тапшырылды.
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: