Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2021, 12:04

Матур парҙар - ауыл күрке

Тормош юлын пар аҡҡоштарҙай бергә-бергә, мөхәббәт-наҙ һәм татыулыҡта үткәргән матур парҙар күңелдә һәр саҡ сикһеҙ һоҡланыу, тәрән ихтирам хисен уята. Һеҙ фотола күргән Тәскирә менән Салауат Усмановтар ҙа ярты быуат ғүмерҙәрен иңгә-иң терәшеп үткән, донъяның бар йәмен тойоп, үҙҙәре төйәк иткән Мораҡ ауылына йәм бөркөп йәшәүсе күркәм кешеләр.

Тормош юлын пар аҡҡоштарҙай бергә-бергә, мөхәббәт-наҙ һәм татыулыҡта үткәргән матур парҙар күңелдә һәр саҡ сикһеҙ һоҡланыу, тәрән ихтирам хисен уята.
Һеҙ фотола күргән Тәскирә менән Салауат Усмановтар ҙа ярты быуат ғүмерҙәрен иңгә-иң терәшеп үткән, донъяның бар йәмен тойоп, үҙҙәре төйәк иткән Мораҡ ауылына йәм бөркөп йәшәүсе күркәм кешеләр.
Ҡырҡ йыл эш стажына эйә хөрмәтле Хеҙмәт ветераны – Салауат Һаҙый улы тамырҙары менән Сапыҡ ауылынан. Утлы яу юлын үткән атаһының ҡулы аҫтында бәләкәйҙән ауыр эштә сынығып үҫә ул. Колхозда үгеҙ егеп мал аҙығы әҙерләү, ағас ҡырҡыу эшендә нығынған һәм уҡыуға әүәҫ егет Пермь ауыл хужалығы институтының экономика факультетында белем ала. Агроном-экономист һөнәрен үҙләштергәс, тәүҙә Силәбе өлкәһендәге колхоздарҙың береһендә, артабан тыуған ерендә шул йүнәлештә эшләп яҡшы тәжрибә туплай.
Булдыҡлы ир аҫылы ҡайҙа ғына эшләмәһен: ауыл хужалығы продукцияһының сифатын тикшереү буйынса дәүләт инспекторы, Күгәрсен совхозының баш экономисы, Үзбәкстанда Сырдарья өлкәһе финанстар идаралығының ауыл хужалығын финанслау бүлеге начальнигы, Күгәрсен районы буйынса Дәүләт һалым инспекцияһы етәксеһе, район хакимиәтенең иҡтисад менән идаралыҡ итеү бүлеге хеҙмәткәре... – бурыстарын намыҫлы атҡарып, тирә-яҡтың ихтирамын яулауға ирешә ул.
Салауат Һаҙый улының хеҙмәт юлындағы уңыштарында уға иңен ҡуйып һәр саҡ үҫтерә белгән, ярты быуат йәнәш атлаған икенсе яртыһы – Тәскирә Ибраһим ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Ул Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуып үҫкән. Ғүмер баҡый үҙе һайлаған бухгалтер һөнәренә тоғро ҡалған. Матур пар үҙ өлгөһөндә өс балаһын да тырыш, эшһөйәр итеп үҫтереүгә ирешкән.
- Бер-береңде ихтирам итеп, яратып, бер-береңә ауыр һүҙ әйтмәйсә йәшәһәң, тормошоң матур була, донъяң да алға бара, - ти ғаилә башлығы ғаиләһенең татыу, нигеҙенең ырыҫлы, ныҡлы булыуының серенә төшөнөргә ярҙам итеп.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: