Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2021, 12:45

Атылды ла һүнде бер йондоҙ...

Изге Күгәрсен ерендә тыуып үҫкән һәләтле кешеләрҙең береһе ине ул – Дамир Әҙелбаев. Үкенескә күрә, матур-матур йырҙар ижад иткән һәүәҫкәр композитор, йырсы яҡташыбыҙ яҡты донъя менән бик иртә хушлашты... Иҫән булһа, ошо көндәрҙә уға 62 йәш тулған булыр ине.Дамир Әҙелбаев 1959 йылдың 5 июлендә Үрге Сирбай ауылында Миңйыһан һәм Минияр Әҙелбаевтарҙың күркәм ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә.Сирбай 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Күмертау һөнәрселек училищеһында белем ала. 1977 йылда хеҙмәт юлын башлай. 1986 йылда беҙҙең районға башҡорт академия драма театры артистары гастролгә килә. Баш ҡаланан килгән сәхнә йондоҙҙары шул концертта сығыш яһаған Дамирға мотлаҡ уҡырға инергә, һәләтен үҫтерергә кәңәш бирәләр. Шулай итеп, яҡташыбыҙ Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә . Тап шул йылдарҙа тәүге йырҙарын яҙа башлай. Ул ижад иткән һәм Айҙар Ғәлимов башҡарған “Аҡбуҙат” йырын кемдәр генә яратып йырламаны икән! Яҡташыбыҙ ижад иткән бик күп йырҙар халыҡ күңелендә урын таба. Мәҫәлән, “Гәлсәр һандуғас” йыр конкурсының иң беренсе сығарылышында уның “Был ғүмер” тигән йыры иң юғары баһаға лайыҡ була, “Йыл йыры” исемен яулай. Йыр-моң һөйөүселәр күңелен яулаған был йырҙы Дамир төшөндә күреп уяна ла, һүҙҙәрен һәм көйөн яҙа һалып, билдәле йырсы Фәрит Бикбулатовҡа бирә. “Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына”, “Алтын туй”, “Мөлдөрәмә тулы силәгем”, “Йоматау”, “Мин яратам был тормошто”, “Йөрәк” һ.б. йырҙарын төрлө йырсылар ҙа, ябай халыҡ та яратып башҡара. Яҡташыбыҙҙың ғүмере атылып һүнгән йондоҙҙай булһа ла, кешеләр күңелендә мәңгелеккә яҡты эҙ ҡалдырҙы.

Изге Күгәрсен ерендә тыуып үҫкән һәләтле кешеләрҙең береһе ине ул – Дамир Әҙелбаев. Үкенескә күрә, матур-матур йырҙар ижад иткән һәүәҫкәр композитор, йырсы яҡташыбыҙ яҡты донъя менән бик иртә хушлашты... Иҫән булһа, ошо көндәрҙә уға 62 йәш тулған булыр ине.
Дамир Әҙелбаев 1959 йылдың 5 июлендә Үрге Сирбай ауылында Миңйыһан һәм Минияр Әҙелбаевтарҙың күркәм ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә.
Сирбай 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Күмертау һөнәрселек училищеһында белем ала. 1977 йылда хеҙмәт юлын башлай.
1986 йылда беҙҙең районға башҡорт академия драма театры артистары гастролгә килә. Баш ҡаланан килгән сәхнә йондоҙҙары шул концертта сығыш яһаған Дамирға мотлаҡ уҡырға инергә, һәләтен үҫтерергә кәңәш бирәләр. Шулай итеп, яҡташыбыҙ Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә . Тап шул йылдарҙа тәүге йырҙарын яҙа башлай. Ул ижад иткән һәм Айҙар Ғәлимов башҡарған “Аҡбуҙат” йырын кемдәр генә яратып йырламаны икән! Яҡташыбыҙ ижад иткән бик күп йырҙар халыҡ күңелендә урын таба. Мәҫәлән, “Гәлсәр һандуғас” йыр конкурсының иң беренсе сығарылышында уның “Был ғүмер” тигән йыры иң юғары баһаға лайыҡ була, “Йыл йыры” исемен яулай. Йыр-моң һөйөүселәр күңелен яулаған был йырҙы Дамир төшөндә күреп уяна ла, һүҙҙәрен һәм көйөн яҙа һалып, билдәле йырсы Фәрит Бикбулатовҡа бирә. “Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына”, “Алтын туй”, “Мөлдөрәмә тулы силәгем”, “Йоматау”, “Мин яратам был тормошто”, “Йөрәк” һ.б. йырҙарын төрлө йырсылар ҙа, ябай халыҡ та яратып башҡара.
Яҡташыбыҙҙың ғүмере атылып һүнгән йондоҙҙай булһа ла, кешеләр күңелендә мәңгелеккә яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: