Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2021, 11:45

“Тирә-яҡты ҡыйлағанда, сусҡа булып мырҡылдарға онотма!”

Тормош иптәшемдең бер ғәҙәте бар: ялан-ҡырҙарға, йылға буйына ял итергә сыҡҡанда үҙебеҙҙең генә түгел, тирә-яҡта аунап ятҡан сүп-сарҙы ла йыйып алып, яҡындағы ҡый һауытына һала, ул булмаһа, машинаға һалып алып, ауылдағы контейнерға ташлай. Уның был ғәҙәтенә тәүҙә асыуланып ҡараһам, тора-бара үҙебеҙ ҙә уға ярҙам итә башланыҡ.Әйткәндәй, бындай яҡшы ғәҙәт күптәргә хас, айырыуса йәштәр хәҙер тирә-яҡ мөхитте таҙа тоторға ынтыла. Сәйетҡол һәм башҡа ауылдарҙа даими үткәрелә килгән экологик өмәләр нәҡ шул хаҡта һөйләй. Әммә аңһыҙ кешеләр ҙә бар шул! Васильевка ауылы янындағы үҫкән хозур ҡайындар янына ошо тиклем сүп-сарҙы (аяҡ кейемдәрен, иҫке сепрәк-сапраҡты, шешәләрҙе һ.б. ) ташлаған ваҡытта был кеше ни уйлағандыр – уныһын үҙе генә белә! Әсе дөрөҫлөктө асып һалған көләмәстәге кеүек “Тирә-яҡты ҡыйлағанда, сусҡа булып мырҡылдарға онотма!” нымы икән?

Тормош иптәшемдең бер ғәҙәте бар: ялан-ҡырҙарға, йылға буйына ял итергә сыҡҡанда үҙебеҙҙең генә түгел, тирә-яҡта аунап ятҡан сүп-сарҙы ла йыйып алып, яҡындағы ҡый һауытына һала, ул булмаһа, машинаға һалып алып, ауылдағы контейнерға ташлай. Уның был ғәҙәтенә тәүҙә асыуланып ҡараһам, тора-бара үҙебеҙ ҙә уға ярҙам итә башланыҡ.
Әйткәндәй, бындай яҡшы ғәҙәт күптәргә хас, айырыуса йәштәр хәҙер тирә-яҡ мөхитте таҙа тоторға ынтыла. Сәйетҡол һәм башҡа ауылдарҙа даими үткәрелә килгән экологик өмәләр нәҡ шул хаҡта һөйләй. Әммә аңһыҙ кешеләр ҙә бар шул! Васильевка ауылы янындағы үҫкән хозур ҡайындар янына ошо тиклем сүп-сарҙы (аяҡ кейемдәрен, иҫке сепрәк-сапраҡты, шешәләрҙе һ.б. ) ташлаған ваҡытта был кеше ни уйлағандыр – уныһын үҙе генә белә! Әсе дөрөҫлөктө асып һалған көләмәстәге кеүек “Тирә-яҡты ҡыйлағанда, сусҡа булып мырҡылдарға онотма!” нымы икән?
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: