Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2021, 06:25

“Беҙҙең тормош” циклынан уймаҡ хикәйәләр

Ғаилә оло юғалтыу кисерҙе. Донъя тотҡаһы, ғаилә терәге – атай кеше вафат булды. Түп-түңәрәк ғаилә сылбыры ныҡлы еренән өҙөлдө. Өҙөлгән ҡулса араһында хәүефле бушлыҡ хасил булды. Әсәй кеше өҙөлгән сылбырҙы ялғаны – иргә барҙы. Ялғанған ерҙең йөйө ҡалды. Был йөй өсөн әсәне ғәйепләргә ашыҡмағыҙ – тәү сиратта ул үҙе тураһында түгел, ә балаларының мәнфәғәте, уларҙың киләсәге хаҡында уйланы. Ә өҙөлгән сылбырҙың ярсығы уның йөрәгендә, һәр саҡ күңелен тырнап, йөрәген ҡанһыратып тора.*** Бер танышым түрә булды. Сабатаһын түргә элде. Ялтыр туфлиҙарын кейҙе. Бара-тора кейеме генә түгел, ҡиәфәте лә үҙгәрҙе. Танауы өҫкә сөйөлдө, йөҙө түңәрәкләнде, ҡорһағы кәпәйҙе. Холоҡ-фиғеле лә ҡырҡа үҙгәреш кисерҙе... Ғәлиә Әлимғужина яҙған хикәйәләрҙең дауамы - сайтта.

Ғаилә оло юғалтыу кисерҙе. Донъя тотҡаһы, ғаилә терәге – атай кеше вафат булды. Түп-түңәрәк ғаилә сылбыры ныҡлы еренән өҙөлдө. Өҙөлгән ҡулса араһында хәүефле бушлыҡ хасил булды. Әсәй кеше өҙөлгән сылбырҙы ялғаны – иргә барҙы.
Ялғанған ерҙең йөйө ҡалды. Был йөй өсөн әсәне ғәйепләргә ашыҡмағыҙ – тәү сиратта ул үҙе тураһында түгел, ә балаларының мәнфәғәте, уларҙың киләсәге хаҡында уйланы. Ә өҙөлгән сылбырҙың ярсығы уның йөрәгендә, һәр саҡ күңелен тырнап, йөрәген ҡанһыратып тора.
***
Бер танышым түрә булды. Сабатаһын түргә элде. Ялтыр туфлиҙарын кейҙе. Бара-тора кейеме генә түгел, ҡиәфәте лә үҙгәрҙе. Танауы өҫкә сөйөлдө, йөҙө түңәрәкләнде, ҡорһағы кәпәйҙе. Холоҡ-фиғеле лә ҡырҡа үҙгәреш кисерҙе. Тауышы – бойороҡ, күҙҙәре – йүгерек, нәфсеһе – төпһөҙ ҡоҙоҡ. Ил мөлкәтенә күпләп “айыу майы” һөрттө. Рухы кесерәйҙе, намыҫы ташлап ҡасты...
Көндәрҙән бер көндө был тотолдо, әммә аҡса биреп ҡотолдо. Бер аҙ яраларын ялап ятты, тағы элекке хәленә ҡайтты. Хәҙер инде яңы һикереш өсөн көс йыя.
***
Йәшенләп-дауыллап ямғыр яҡынлашты. Күк күкрәне, көслө ел донъяны пыран-заран килтерҙе. Саңлы өйрөлтмәктәр урам буйлап баҫтырышып уйнаны.
Бөтә донъя ямғыр көттө. Тауышы ҙур булды, ә ямғыр бер-ике тамсы ғына тамды ла үтеп тә китте...
Арабыҙҙа буш күнәк ише доңғорлап, тауышланып, бушты-бушҡа ауҙарып, ҡыҫыр вәғәҙәләр биреп йөрөүселәр аҙыраҡ булһа икән! Уларҙы һайлай халыҡ, ә халыҡ – улар өсөн һарыҡ...
***
Палатала өс кеше. Береһе – Белекле, икенсеһе – Туң, өсөнсөһөн иһә Меҫкен тип ҡуяйыҡ. Был өсәү дауаханала көн күрә.
Бөгөнгө һөйләшеүҙә Белекле һәр һүҙенә баҫым яһап һөйләй (әллә уҡытыусымы икән?): “Әгәр кеше сирләп яфалана икән, һис шикһеҙ, уны дауаларға, хәлен еңеләйтергә кәрәк. Беҙҙең табибтар шулай итә. Дауалау файҙаһыҙ тигән күп сирҙәрҙе лә еңеп сыға хәҙер медицина. Төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Мәҫәлән, башы өҙөлгән кешене лә күпмелер йәшәтә ала хәҙерге медиктар, вәт!”
Һорарға ине был Белекленән, ә булған башыңды юғалтмай, кешесә йәшәүгә нисек, ҡайҙа, кемдән өйрәнергә һуң?
Уның һөйләгәндәренә артыҡ иғтибар итеүсе булманы. Туң туң килеш ултыра бирҙе, ә Меҫкен иһә ауыр көрһөнөп, танауын йыйырып, бөршәйеп ятыуында булды.
Туңдың ҡарашы йәнде өшөтә. Ундайҙар күңелен кешенән йәшерә, ихласлығын ҡыҙғана. Күңеле - таш, тойғолары - туң. Туң тупраҡҡа ихласлыҡ орлоҡтарын күпме генә һипмә, шытып сыҡмаҫ, сәскә атмаҫ, емештәре менән кинәндермәҫ. Туң күңел – үлек күңел инде ул. Дауалап булмай. Кеше күңелен ниҙән кисергәнен, күңел торошон күрерлек ҡоролмалар булһа икән дә бит, юҡ шул! Туң күңелде иретерлек дарыуҙар ҙа әлегә уйлап сығарылмаған.
Был өсәү араһында үҙ-үҙен йәлләгән кеше – Меҫкен. Ул бөтә булмышын аһ-зарға көйләгән. Ауыртһа - ауыртмаһа ла “ах” та “ух” килеп, уфылдап, сирен һөйләп мәж килә. Әле генә башы ауырта, бер минуттан эсенә зарлана. Меҫкен һәм уның ишеләр “дауахана сире” менән ауырый. Кәрәкһә – кәрәкмәһә лә “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, төрлө юлдар, төрлө хәйләләр менән дауаханаға эләгеү – уларҙың тормош мәғәнәһе. Үҙ-үҙен йәлләтеүҙән йәм таба ундайҙар.
Уларға ҡарайым да, холоҡ та кешегә ғүмерлеккә бирелә, күрәһең, тигән уйға киләм. Түбәнгә ҡарап ғибрәт алып, үргә ҡарап фәһем алып йәшәһәк, камиллыҡҡа ынтылһаҡ, насар булмаҫ ине.
Миһырбанлыҡ, изгелек кеүек матур төшөнсәләрҙе берәү ҙә юҡҡа сығармаған бит әле. Туң, Меҫкен булмайыҡ, үҙебеҙ белмәгәнде кешегә көсләп таҡмайыҡ. Алға ҡарап, бер-беребеҙгә нур өләшеп йәшәйексе!
***
Яңғыҙбикә бөгөн “Яңғыҙ йөрәктәр” кисәһенә барырға йөръәт итте. Матур, килешле күлдәген кейҙе, кистән әҙерләп ҡуйған туфлиҙарын ҡулына алды, һөрткөләне.
Көҙгө алдына килде лә үҙ-үҙенә оҙаҡ ҡарап торҙо. Буй тиһәң буйы, төҫ тиһәң төҫө бар. Бәлки берәйһе менән танышып та ҡуйыр әле. Оло өмөттәр бағлап заға үтте. Стена буйына теҙелгән ултырғыстарҙың береһенә ултырҙы ла залдағыларға күҙ һалды. Бер-ике ир заты күҙенә салынды, ҡалғандары – эреле-ваҡлы ҡатын-ҡыҙ.
Ойоштороусы талғын көй аҫтында дәртле телмәр тотто. Теге ике ир заты өҫтәл артында ниҙер көйшәп, нимәлер йотҡолап ултыра. Ябыҡ ҡынаһы ҡулын ҡаушырҙы ла, арҡаһын ултырғысҡа терәп ойоп китте. Төпөш кәүҙәлеһе бер инде, бер сыҡты, өҙлөкһөҙ телефондан һөйләште. Һөйләшеү барышында тоҙло-боросло һүҙҙәрен йәлләмәгәне ҡолаҡҡа салынды. Ҡатындар яғына әйләнеп тә ҡараманы.
Бейеү көйө ҡуйып ебәрҙеләр. Бер-ике ҡатын бейергә төштө, ҡалғандары үҙ-ара һөйләшкән, көлөшкән булдылар.
Яңғыҙбикә ғәрләнеп ҡайтты был кисәнән. “Ни тип барҙым шунда, эй Аллам! Ас тамағым, тыныс ҡолағым!” - тип үҙ-үҙен йыуатты.
Әммә бер ай үтеүгә күҙҙәре гәзиттән “Яңғыҙ йөрәктәр” белдереүен эҙләне. Өмөтһөҙ – шайтан, ә эсендә йәне бар кешенең һәр саҡ өмөтө бар!
***
Ғүмер юлынан киләбеҙ. Берәүҙәр парлашып, ҡайһылары яңғыҙ үтә был юлды. Кемдер ошо юлда аҙаша, бәғзеләре йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсә. Юғалтыуҙар кисерәбеҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныстар, табыштарға ла бай был юл.
Аҡлы-ҡаралы ғүмер юлы... Һәр әҙәмдең үҙ юлы, үҙ моңо. Бик ҡыҫҡа ул ғүмер юлы. “Һә” тигәнсә үтә лә китә. Бер-береһен ҡыуып көндәр, айҙар, йылдар үтә. Таң ата ла кис була.
Ни генә тимә, матур ул ғүмер тигәндәре! Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ауыр һүҙҙәрҙе ситкә ҡуйып, лайыҡлы үтһәк ине ғүмер юлынан!
***
Бала донъяға килде. Бер йәш тулыуға атлап китте. Берҙән-бер көндө тып-тып баҫып көҙгө янына барҙы. Һауытта ятҡан төймәләрҙең береһен алып ауыҙына ҡапты. Әсәһе килеп өлгөрмәне, бала төймәне йотоп та ебәрҙе. Донъяның аҫты-өҫкә килдеме ни?! Йәш ата-әсә нишләргә белмәйенсә йүгереште.
Ҡуй инде! Бала бәләкәй саҡта эй ҡурсалайбыҙ, һәр аҙымын күҙәтеп, һәр һулышын белеп торабыҙ. Үҫеп, ситкә сығып китһә, артынан эйәреп, ни йотҡанын ҡарап йөрөп булмай шул!
Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.
Мораҡ ауылы.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: