Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2021, 10:10

Башҡорт матбуғатына тоғробоҙмо?

Район буйынса матбуғатҡа яҙылыуға ла күҙ һалайыҡ әле: “Башҡортостан” гәзитенә районда 55 кеше яҙылған (уның күбеһе ойошма исеменәлер тип уйлайбыҙ), ә бына “Йәшлек” 489 дана. Шулай ҙа районға бирелгән планды тултырыу өсөн тағы ла ошо хәтлем яҙылыу кәрәк. Журналдарҙан иһә “Ағиҙел”де киләһе ярты йыллыҡта 21 генә кеше уҡыясаҡ; “Шоңҡар”ҙы - 29, “Башҡортостан ҡыҙы”н -86, “Аманат” – 28, “Аҡбуҙат” -47, ә бына “Йәншишмә”не 5 кенә (районға бирелгән план 42 дана)... “Мораҙым” ды почта аша алдырыусылар һаны – 821 (план 1200). Һығымтаны һәр кем үҙе яһаһын... Кешене кеше иткән – аң булһа, халыҡты халыҡ иткән нәмә ул –тел. Ә телгә һөйөү – башҡорт баҫмалары аша ла һеңдерелә. Телен һөйгән халыҡтың киләсәге лә нурлы була. Балаларыбыҙҙың киләсәген генә түгел, тотош илде, кешелекте милли матбуғат аша ла ҡайғыртырға, хатта үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәтте үҙебеҙгә төҙөргә була икәнлеген онотмайыҡ, ҡәрҙәштәр!

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: