Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2021, 10:00

Араларҙың алыҫлығын яҡынайтыусы

Ибрай, Игебай, Ураҡай, Иртөбәк ауылдарын хеҙмәтләндергән Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Тимербулатова тураһында ла әйтмәй булмай. 2018 йылдың июленән почтала эшләй ул. Ошо арауыҡта эште яйға һалып, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш тә булдырып өлгөргән. Тормош иптәше Азат менән дүрт ул үҫтерәләр. Һәр ауыл ғаиләһе һымаҡ улар ҙа ишле мал аҫрай, йыл да күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерә. Почта эшен улар тотош ғаилә менән алып бара. Донъя йөгөн бергә тартҡанда ғына еңелерәк шул. - Гәзит-журналға шул бер үк кешеләр яҙыла. Декаданы көтөп алалар. Ишетһәләр, шылтырата һалалар, яҙылып ҡалайыҡ, кил әле тип. Әҙ булһа ла, ташламаһы була бит. Матбуғатты иң күп алдырыусылар Игебай ауылынан. Халыҡ менән уртаҡ тел тапҡанбыҙ, улар ҙа, мин дә ҡәнәғәт. Түләү ҡағыҙҙарын йыям, тауар һатам. Башҡорт баҫмаларынан “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәре, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аҡбуҙат”, “Һәнәк” журналдарын алдыралар, - ти Гөлназ.

Ибрай, Игебай, Ураҡай, Иртөбәк ауылдарын хеҙмәтләндергән Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Тимербулатова тураһында ла әйтмәй булмай. 2018 йылдың июленән почтала эшләй ул. Ошо арауыҡта эште яйға һалып, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш тә булдырып өлгөргән. Тормоп иптәше Азат менән дүрт ул үҫтерәләр. Һәр ауыл ғаиләһе һымаҡ улар ҙа ишле мал аҫрай, йыл да күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерә. Почта эшен улар тотош ғаилә менән алып бара. Донъя йөгөн бергә тартҡанда ғына еңелерәк шул. - Гәзит-журналға шул бер үк кешеләр яҙыла. Декаданы көтөп алалар. Ишетһәләр, шылтырата һалалар, яҙылып ҡалайыҡ, кил әле тип. Әҙ булһа ла, ташламаһы була бит. Матбуғатты иң күп алдырыусылар Игебай ауылынан. Халыҡ менән уртаҡ тел тапҡанбыҙ, улар ҙа, мин дә ҡәнәғәт. Түләү ҡағыҙҙарын йыям, тауар һатам. Башҡорт баҫмаларынан “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәре, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аҡбуҙат”, “Һәнәк” журналдарын алдыралар, - ти Гөлназ.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: