Мораҙым
+19 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
10 Июля 2021, 02:10

Күңел тыныслығын һаҡлайыҡ!

Күп сирҙәр нервы көсөргәнешенән килеп тыуа, тиҙәр. Шуға ла тыныс күңел менән йәшәү мөһим. Быға өлгәшеү өсөн белгестәр түбәндәгеләрҙе кәңәш итә.1.Үҙ һаулығыңды хәстәрләү. Был нимәне аңлата? Тимәк, ул кешенең барыһы ла яҡшы булыырға тейеш. Табиптарға йыш мөрәжәғәт итеү, услап дарыуҙар ҡабул итеү һаулыҡты ҡайғыртыуҙы аңлатмай әле. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, шуны онотмағыҙ һәм үҙегеҙҙең тән һәм күңел торошоғоҙҙо хәстәрләүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ. Һауа торошо хатта ямғырлы, ҡар-буранлы булғанда ла, иртән үк үҙегеҙҙе ҡояшлы, сағыу көнгә, йәғни яҡшы кәйефкә көйләгеҙ. Тормош ығы-зығыһынан өҫтөн булығыҙ, ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәрҙе йөрәгегеҙгә яҡын ҡабул итмәгеҙ. Мәҫәлән, насар юлдар һеҙ көйәләнеүҙән генә яҡшырып китмәй, шулай булғас, көн һайын уға иғтибар итеп көйәләнеү һеҙгә тик зыянға ғына. Һаулығығыҙҙы нығытҡанда, дөрөҫ туҡланыуға, спортҡа һәм, ғөмүмән, сәләмәт йәшәү рәүешенә ваҡыт бүлергә йыбанмағыҙ.Көндәлек тормошта ваҡ ҡыуаныстарҙы күрә белегеҙ. Ыңғай хис-тойғолар аҙым һайын: күршегеҙ йылмайып баш ҡаҡтымы, улығыҙ “5” билдәһе алғанмы, бешергән ризығығыҙ телде йоторлоҡ булып бешкәнме һ.б. Бик тә булмаһа, үҙегеҙ кәйефегеҙҙе күтәрегеҙ – күптән хыялланған әйберегеҙҙе һатып алығыҙ, яратҡан тәлекәсегеҙҙе бешереп ашағыҙ.Ваҡытығыҙҙы дөрөҫ файҙаланығыҙ. Ваҡыт етмәү йыш ҡына кәйеф боҙолоуына килтерә. Уға юл ҡуймау өсөн көндәлек эштәрегеҙҙе планлаштырығыҙ. Телевизор, интернет ваҡытты күп урлай, шуға ла улар алдында оҙаҡ ултырырға тырышмағыҙ, яратҡан тапшырыуҙар тамамланыу менән һүндереп ҡуйығыҙ.Ыңғай уйлы, изге күңелле кешеләр менән аралашырға тырышығыҙ. Әгәр ҙә оҡшамаған кешеләр менән йыш аралашырға мәжбүр булһағыҙ, уларҙың ыңғай һыҙаттарын күрергә тырышығыҙ.Күңелегеҙгә ятҡан шөғөлдәргә ваҡыт табығыҙ. Тегергә яратаһығыҙ икән – тегегеҙ, һүрәт төшөрөргә яратаһығыҙ икән – улығыҙға ҡәләм-буяуҙар алығыҙ. Нимәгә оҫтаһығыҙ, шуны эшләгеҙ. Яҡшы һөҙөмтә үҙ баһағыҙҙы күтәрер.Үҙегеҙ өсөн мөһим булған ҡиммәттәрҙе билдәләгеҙ. Намыҫығыҙ ҡушҡанса йәшәгеҙ.Ял итегеҙ. Эйе-эйе! Аяҡтан йығыла яҙғанда түгел, ә еңелсә арығанда уҡ үҙеңә ял биреү отошлораҡ, сөнки хәлде тергеҙеүгә ваҡыт күпкә әҙерәк китәсәк. Сәләмәт йоҡо ла бик файҙалы, йоҡоһо туйған кеше тыныс һәм уңышҡа көйләнгән була. Ошо ябай ғына кәңәштәр үҙеңде яратырға һәм күңел тыныслығында йәшәргә булышлыҡ итер.

Күп сирҙәр нервы көсөргәнешенән килеп тыуа, тиҙәр. Шуға ла тыныс күңел менән йәшәү мөһим. Быға өлгәшеү өсөн белгестәр түбәндәгеләрҙе кәңәш итә.
1.Үҙ һаулығыңды хәстәрләү. Был нимәне аңлата? Тимәк, ул кешенең барыһы ла яҡшы булыырға тейеш. Табиптарға йыш мөрәжәғәт итеү, услап дарыуҙар ҡабул итеү һаулыҡты ҡайғыртыуҙы аңлатмай әле. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, шуны онотмағыҙ һәм үҙегеҙҙең тән һәм күңел торошоғоҙҙо хәстәрләүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ. Һауа торошо хатта ямғырлы, ҡар-буранлы булғанда ла, иртән үк үҙегеҙҙе ҡояшлы, сағыу көнгә, йәғни яҡшы кәйефкә көйләгеҙ. Тормош ығы-зығыһынан өҫтөн булығыҙ, ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәрҙе йөрәгегеҙгә яҡын ҡабул итмәгеҙ. Мәҫәлән, насар юлдар һеҙ көйәләнеүҙән генә яҡшырып китмәй, шулай булғас, көн һайын уға иғтибар итеп көйәләнеү һеҙгә тик зыянға ғына.
Һаулығығыҙҙы нығытҡанда, дөрөҫ туҡланыуға, спортҡа һәм, ғөмүмән, сәләмәт йәшәү рәүешенә ваҡыт бүлергә йыбанмағыҙ.
  1. Көндәлек тормошта ваҡ ҡыуаныстарҙы күрә белегеҙ. Ыңғай хис-тойғолар аҙым һайын: күршегеҙ йылмайып баш ҡаҡтымы, улығыҙ “5” билдәһе алғанмы, бешергән ризығығыҙ телде йоторлоҡ булып бешкәнме һ.б. Бик тә булмаһа, үҙегеҙ кәйефегеҙҙе күтәрегеҙ – күптән хыялланған әйберегеҙҙе һатып алығыҙ, яратҡан тәлекәсегеҙҙе бешереп ашағыҙ.
  2. Ваҡытығыҙҙы дөрөҫ файҙаланығыҙ.
  3. Ваҡыт етмәү йыш ҡына кәйеф боҙолоуына килтерә. Уға юл ҡуймау өсөн көндәлек эштәрегеҙҙе планлаштырығыҙ. Телевизор, интернет ваҡытты күп урлай, шуға ла улар алдында оҙаҡ ултырырға тырышмағыҙ, яратҡан тапшырыуҙар тамамланыу менән һүндереп ҡуйығыҙ.
    1. Ыңғай уйлы, изге күңелле кешеләр менән аралашырға тырышығыҙ. Әгәр ҙә оҡшамаған кешеләр менән йыш аралашырға мәжбүр булһағыҙ, уларҙың ыңғай һыҙаттарын күрергә тырышығыҙ.
    2. Күңелегеҙгә ятҡан шөғөлдәргә ваҡыт табығыҙ. Тегергә яратаһығыҙ икән – тегегеҙ, һүрәт төшөрөргә яратаһығыҙ икән – улығыҙға ҡәләм-буяуҙар алығыҙ. Нимәгә оҫтаһығыҙ, шуны эшләгеҙ. Яҡшы һөҙөмтә үҙ баһағыҙҙы күтәрер.
    3. Үҙегеҙ өсөн мөһим булған ҡиммәттәрҙе билдәләгеҙ. Намыҫығыҙ ҡушҡанса йәшәгеҙ.
    4. Ял итегеҙ. Эйе-эйе! Аяҡтан йығыла яҙғанда түгел, ә еңелсә арығанда уҡ үҙеңә ял биреү отошлораҡ, сөнки хәлде тергеҙеүгә ваҡыт күпкә әҙерәк китәсәк. Сәләмәт йоҡо ла бик файҙалы, йоҡоһо туйған кеше тыныс һәм уңышҡа көйләнгән була.
    5. Ошо ябай ғына кәңәштәр үҙеңде яратырға һәм күңел тыныслығында йәшәргә булышлыҡ итер.
      Автор:IMPORT Сервисный
      Читайте нас