Мораҙым
+22 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Июля 2021, 13:25

Йәшләй генә ҡауышҡандар

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән күркәм парҙарҙы телгә алып китмәй булмай...Йәшләй генә ҡауышҡан парҙар йәшәй-йәшәй бер бөтөнгә әйләнә, тиҙәр. Подгорный ауылында ғүмер кисергән Люциә һәм Вәхит Сәфәрғәлиндар ҙа, күрәһең, ошо йылдар эсендә бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңларға өйрәнгән - аралашҡанда тормошҡа ҡараштарының, хатта уйҙарының бер төрлө булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана.- Йәшләй һөйгән йәрең менән тиң-тигеҙ ғүмер итеү оло бәхет. Беребеҙ ут булғанда, икенсебеҙ һыу булып, ғүмер кисерәбеҙ, - ти улар. ... Бишбүләк районының Дүсән ауылында тыуып үҫкән Люциә менән беҙҙең райондың Ҡанаҡас ауылы егете Вәхит Сәфәрғәлин студент йылдарында осрашып, ғаилә ҡора. Улар кие балаға ғүмер бирә: Миләүшә Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған, әлеге көндә БР Мәғариф министрлығында эшләй. Улдары Хәлит иһә байтаҡ йылдар Себер тарафтарында тир түгә. Оло шатлыҡ-ҡыуаныстары булған ейәнсәрҙәре Камилла менән ейәндәре Арсен да буй етеп килә. Сәфәрғәлиндар – икеһе лә хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Тормоштоң һәр көнөнән йәм табып йәшәйҙәр.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән күркәм парҙарҙы телгә алып китмәй булмай...
Йәшләй генә ҡауышҡан парҙар йәшәй-йәшәй бер бөтөнгә әйләнә, тиҙәр. Подгорный ауылында ғүмер кисергән Люциә һәм Вәхит Сәфәрғәлиндар ҙа, күрәһең, ошо йылдар эсендә бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңларға өйрәнгән - аралашҡанда тормошҡа ҡараштарының, хатта уйҙарының бер төрлө булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана.
- Йәшләй һөйгән йәрең менән тиң-тигеҙ ғүмер итеү оло бәхет. Беребеҙ ут булғанда, икенсебеҙ һыу булып, ғүмер кисерәбеҙ, - ти улар.
... Бишбүләк районының Дүсән ауылында тыуып үҫкән Люциә менән беҙҙең райондың Ҡанаҡас ауылы егете Вәхит Сәфәрғәлин студент йылдарында осрашып, ғаилә ҡора. Улар кие балаға ғүмер бирә: Миләүшә Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған, әлеге көндә БР Мәғариф министрлығында эшләй. Улдары Хәлит иһә байтаҡ йылдар Себер тарафтарында тир түгә. Оло шатлыҡ-ҡыуаныстары булған ейәнсәрҙәре Камилла менән ейәндәре Арсен да буй етеп килә.
Сәфәрғәлиндар икеһе лә уҡытыусы, бөгөнгө көндә хаҡлы ялдалар.
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас