“Мораҙым” гәзите хеҙмәткәрҙәре гәзиттең “Бәйләнештә”ге рәсми сайтында “Минең ғаиләм” фотоконкурсын уҙғарғайны. Унда районыбыҙҙа күптәргә үрнәк булып, матур итеп донъя көткән, үҙҙәре өлгөһөндә матур балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнашты.
Иң күп тауыш йыйған өс ғаилә еңеүсе тип билдәләнде.
Шулай итеп, иң күп тауышты Мораҡ ауылында йәшәүсе Гөлгөнә һәм Рәис Яугилдиндар йыйҙы. Уларға 1500 һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ. Йомағужанан Фәнилә һәм Рефат Килсенбаевтар 2-се урын яуланы. Уларға тәмлекәс – бал биреләсәк. Мораҡ ауылында ғүмер кисергән Шәкирә һәм Илдар Ташбулатовтар 3-сө урынға лайыҡ булды. Уларға баҫмабыҙ биттәрендә йыл аҙағына тиклем бер тапҡыр бушлай ҡотлау баҫтырырға хоҡуҡ биргән сертификат тапшырыласаҡ.