Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июль 2021, 11:45

Бөгөн - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Матур ғаилә – ил күрке Мөхәббәткә тоғро йәш ғаилә Бөгөн - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. 2010 йылдан башлап билдәләнгән был яҡты байрамдың символы – аҡ сәскә. Ромашканың аҡ таждары элек-электән мөхәббәт һәм татыу ғаилә билдәһе булған. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгән, ололарҙы хөрмәт иткән, тәүфиҡлы балалары булған кешеләр генә тулыһынса бәхетле булалыр.Йәштәр араһында ла татыулыҡтары, бер-береһен хөрмәт итеүҙәре, ҡәҙерләүҙәре менән тиңдәштәренә үрнәк булырҙай ғаилә парҙары бар. Шундай матур, күркәм ғаиләнең береһе ул Асҡаровтар тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Сәстәрен-сәскә бәйләүгә әллә күпме ваҡыт та үтмәгән, өйләнешеүҙәре яңы ғына һымаҡ ине. Ошо арала ике балаға атай-әсәй булып, уларҙы бәләкәйҙән кешелекле, кеселекле итеп үҫтереүгә ҙур көс һалалар.

Матур ғаилә – ил күрке
Мөхәббәткә тоғро йәш ғаилә
Бөгөн - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. 2010 йылдан башлап билдәләнгән был яҡты байрамдың символы – аҡ сәскә. Ромашканың аҡ таждары элек-электән мөхәббәт һәм татыу ғаилә билдәһе булған. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгән, ололарҙы хөрмәт иткән, тәүфиҡлы балалары булған кешеләр генә тулыһынса бәхетле булалыр.
Йәштәр араһында ла татыулыҡтары, бер-береһен хөрмәт итеүҙәре, ҡәҙерләүҙәре менән тиңдәштәренә үрнәк булырҙай ғаилә парҙары бар. Шундай матур, күркәм ғаиләнең береһе ул Асҡаровтар тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.
Сәстәрен-сәскә бәйләүгә әллә күпме ваҡыт та үтмәгән, өйләнешеүҙәре яңы ғына һымаҡ ине. Ошо арала ике балаға атай-әсәй булып, уларҙы бәләкәйҙән кешелекле, кеселекле итеп үҫтереүгә ҙур көс һалалар.
Йәш кенә ғаиләнең башлығы Азамат Флүр улы Өфөлә тыуып үҫһә лә, башҡорт рухлы егет. Юҡҡа ғына әсәһе Ләлә Зөфәр ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусыһы түгелдер. Байтаҡ йылдар баш ҡаланың 98-се мәктәбендә рус балаларына башҡорт телен өйрәткән ханым улына ла милли рух һалыуы һоҡландыра.
Азамат Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһын уңышлы тамамлағас, Рәсәй хөкүмәте ҡаршыһындағы Финанс университетында белем ала. Һәр егеттең ил алдындағы фиҙаҡәр бурысы - әрме хеҙмәтен үтәп, Алтай яҡтарында хеҙмәт итеп ҡайта.
Гүзәл дә абруйлы ғаиләлә тыуып үҫкәнлеген беләбеҙ. Атаһы Хәбир ағай менән әсәһе Гөлфиә апай районда хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Гөлфиә Хәсән ҡыҙы – оҙаҡ йылдар Мораҡ башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытты, бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, йәмәғәт эшен дауам итә – район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын етәкләй.
Гүзәл менән Азамат баш ҡалала уҡып йөрөгән ваҡытта таныша. Ҡыҙыҡай Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт һәм сит телдәр бүлеген тамамлай. Дуҫлашып йөрөүҙәренә бер әҙерәк ваҡыт үткәс, йәштәр өйләнешергә ҡарар итә. Матур итеп туй үткәреп, үҙ аллы тормош ҡоралар. Гүзәл хеҙмәт юлын театрҙа консультант булып башлай, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып та эшләп ала.
Ике балаға атай –әсәй ҙә булырға өлгөрҙөләр улар. Сәмирә тигән ҡыҙыҡай менән Артур исемле улан үҫтерәләр. Баш ҡала янында Зубово биҫтәһенән фатир алып, үҙҙәренә оҡшағанса ремонт эшләп сыҡҡан йәштәр. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Азамат бөтә яҡлап та уңған. Йәш кенә булһа ла, йорт йыһаздарына тиклем – шкафмы ул, карауатмы тигәндәй, үҙ ҡулы менән эшләй.
Гүзәл иһә таргетолог тигән заманса һөнәр ҙә үҙләштергән. Бынан тыш, ул ҡул эштәре менән дә мауыға. Ғаилә байрамдарына, юбилейҙарға, тыуған көндәргә үҙ ҡулдары менән презенттар эшләй.
Тығыҙ эш араһында балалар тәрбиәләүгә лә тейешле иғтибар бүлә йәштәр.
Олатай –өләсәй мөхитендә тәрбиәләнеп, башҡорт әкиәттәре тыңлап үҫкән Сәмирә менән Артурҙың теле лә саф башҡортса асылған. Ата-әсәһе лә балалары менән тик башҡортса ғына һөйләшә. Сәмирә тиҙҙән балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөндә йөрөй башлаясаҡ.
Йәш кенә булһалар ҙа, ғүмерҙең һәр миҙгеленең матурлығын, тәмен белеп, бер-береһен ҡәҙерләп, тормоштоң ваҡ-төйәк ығы-зығыһынан өҫтөн булып, балаларына матур тәрбиә биреп, атай-әсәһен, туған-тыумасаларын хөрмәтләп, татыулыҡта йәшәгән Асҡаровтар тиңдәштәренә өлгө булырлыҡ бынамын тигән башҡорт ғаиләһе тиергә була.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: