Мораҙым
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
6 Июля 2021, 05:50

Моңло күңел - йырлы күңел

Булмышы менән башҡалар күңеленә нур өҫтәп йәшәгән кешеләрҙең береһе ул – Яҡшембәт ауылында ғүмер кисереүсе Миңлегөл апай Искәндәрова. Ул Үрге Сирбай ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика- математика бүлеген тамамлаған педагог оҙаҡ йылдар Нуҡай, Сәйетҡол һәм Яңы Покровка мәктәптәрендә балаларға белем бирә. Тырыш хеҙмәте өсөн “Рәсәй мәғәрифы алдынғыһы” тигән исемгә лайыҡ була. Миңлегөл Миңнияр ҡыҙы Түкәт ауылы егете Сәлих Искәндәров менән матур ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр. Әйткәндәй, Миңлегөл апайҙың ҡыҙҙары Айгөл менән Нәзифә лә әсәләренә һәм яҡын туғандары – композитор Дамир Әҙелбаевҡа оҡшап, моңло тауышлы. Уларҙың моңло йырҙары күп мәҙәни сараларҙы биҙәй.

Булмышы менән башҡалар күңеленә нур өҫтәп йәшәгән кешеләрҙең береһе ул – Яҡшембәт ауылында ғүмер кисереүсе Миңлегөл апай Искәндәрова.
Ул Үрге Сирбай ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика- математика бүлеген тамамлаған педагог оҙаҡ йылдар Нуҡай, Сәйетҡол һәм Яңы Покровка мәктәптәрендә балаларға белем бирә. Тырыш хеҙмәте өсөн “Рәсәй мәғәрифы алдынғыһы” тигән исемгә лайыҡ була.
Миңлегөл Миңнияр ҡыҙы Түкәт ауылы егете Сәлих Искәндәров менән матур ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр. Әйткәндәй, Миңлегөл апайҙың ҡыҙҙары Айгөл менән Нәзифә лә әсәләренә һәм яҡын туғандары – композитор Дамир Әҙелбаевҡа оҡшап, моңло тауышлы. Уларҙың моңло йырҙары күп мәҙәни сараларҙы биҙәй.
Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас