Мораҙым
+10 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
5 Июля 2021, 06:15

"Ҡырағай бал" туристарҙы йәлеп итәсәк

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Наил ҡыҙы шулай уҡ “Ҡырағай бал” йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты, уның етәксеһе Руслан Ғүмәров менән осрашты. Әйткәндәй, йүнсел эшҡыуар күптән түгел солоҡсолоҡ йүнәлешен дә башлап ебәрҙе, үткән йылда грант алып, бал эшкәртеү цехын яңыртҡандар, яңы ҡорамалдар алып урынлаштырғандар, туристар өсөн бал тәмләп ҡарау залы, бал аҙыҡтарын һатыу өсөн магазин да асылған. Киләсәктә умарта өҫтөндә йоҡлап сихәтләнергә теләүселәр өсөн махсус йорттар төҙөүҙе лә күҙ уңында тота алдынғы ҡарашлы эшҡыуар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Наил ҡыҙы шулай уҡ “Ҡырағай бал” йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты, уның етәксеһе Руслан Ғүмәров менән осрашты. Әйткәндәй, йүнсел эшҡыуар күптән түгел солоҡсолоҡ йүнәлешен дә башлап ебәрҙе, үткән йылда грант алып, бал эшкәртеү цехын яңыртҡандар, яңы ҡорамалдар алып урынлаштырғандар, туристар өсөн бал тәмләп ҡарау залы, бал аҙыҡтарын һатыу өсөн магазин да асылған.
Киләсәктә умарта өҫтөндә йоҡлап сихәтләнергә теләүселәр өсөн махсус йорттар төҙөүҙе лә күҙ уңында тота алдынғы ҡарашлы эшҡыуар.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас