Йәй – әүҙем ял итеү осоро. Былтыр киҙеү арҡаһында ҡайҙалыр ял итеүҙән мәхрүм булған халыҡ быйылғы мөмкинлекте тулыһынса файҙаланып ҡалырға ашыға.
Сит илгә сығырға ҡыймағандар Башҡортостандың хозур тәбиғәт мөйөштәренә ашыға. Мораҙым тарлауығы ла туристарҙың яратҡан урыны. Ял итеү тәбиғәтте бысратырға, уға зыян килтерергә тейеш түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, йыш ҡына экологик өмәләр үткәрелеп тора. “Алып килгәнһең икән, алып кит!” тигән девиз аҫтында иғлан ителгән “Ҙур туристик өмә” лә был тәңгәлдә үҙ маҡсатын аҡлай.
Акция Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты менән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан туризм операторҙары ярҙамы менән ойошторола.
Үткән шәмбелә өмә Мораҙымда ла үтте. Унда район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, БР-ҙың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова һәм экология министрлығы хеҙмәткәре Ринат Фәтҡуллин ҡатнашты.