* сосисканы парҙа бешерһәң йәки еңелсә ҡыҙҙырһаң, күпкә тәмлерәк була;
* бер аҙ һулый төшкән йәшел һуған, укроп-петрушканы һеркә өҫтәлгән һыуыҡ һыуға тығып торорға кәрәк;
* бешкәс төҫө матур булһын өсөн тауыҡты бешерер алдынан ҡуйы ҡаймаҡ менән буярға мөмкин;
* икмәк һауытына сей картуф киҫәге һалғанда, икмәк оҙаҡ тутламаясаҡ;
* яңы бешкән икмәкте йоҡа итеп телер алдынан бысаҡты эҫе һыуға тығып торорға кәрәк;
* аш-һыу бүлмәһендәге еҫте бөтөрөү өсөн бешергән ваҡытта газ конфоркаһына бер аҙ тоҙ һибәләр;
* витаминдарын бөтөрмәү өсөн аҙыҡты бешергәндә ағас ҡалаҡ менән генә болғайҙар;
* яңы табаны беренсе тапҡыр тотонор алдынан майлап ҡыҙҙыралар ҙа, тоҙ менән ышҡыйҙар;
* әстерхан сәтләүеген ашар алдынан духовкала бер аҙ ҡыҙҙырып алғанда тағы ла тәмлерәк буласаҡ;
* тоҙ һауытына бер нисә дөгө бөртөгө һалғанда, тоҙ дымланмай;
* турамаға һалыр алдынан һуғанды эҫе һыу менән бешекләгәндә, әсеһе бөтә, тәме лә күпкә тәмлерәк була. Ә инде онға бутап, бер аҙ шәкәр һипһәң, ҡыҙҙырғанда алтынһыу һары төҫкә инәсәк;
* һеркә йәшелсәләрҙең бешеү ваҡытын оҙайта, шуға ла һеркәне, соустарҙы, помидорҙы башҡа йәшелсәләр бешеп сығыр алдынан ғына һалалар.