Мораҙым
+10 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
3 Июля 2021, 02:35

Сапсан

Мәҡсүт урта мәктәбе уҡыусыһы Морат АЛСЫНБАЕВтың хикәйәһенең дауамын сайтта уҡығыҙ.- Атай ҡолон апҡайтҡан, атай ҡолон апҡайтҡан, Морат! - тип һөйөнсөләне игеҙәгем Салауат.Их, ҡыуанғанымды белһәгеҙ!- Ҡайҙа ул?- Һарайҙа, бая уҡ алып ҡайтып, бесән һалып ҡуйҙылар. Мин күнәк менән һыу ултырттым. Тик ул ашамай ҙа, эсмәй ҙә, бышҡырып тик тора, әсәһен саҡыра.- Әйҙә, ҡарайыҡ! Беҙ йүгереп һарайға ингәндә, ҡолон һарайҙың бер бүлкәһенә ябыҡ тора ине. Ул ерән төҫтә, ә ялы менән ҡойроғо аҡһыл. Беҙҙән ҡурҡып кешнәп ебәрҙе. Бына шулай мин атыбыҙ менән таныштым. Ул оҙаҡ ваҡыт беҙгә өйрәнә алманы...

Добавить в предпочтительные источники Google
- Атай ҡолон апҡайтҡан, атай ҡолон апҡайтҡан, Морат! - тип һөйөнсөләне игеҙәгем Салауат.
Их, ҡыуанғанымды белһәгеҙ!
- Ҡайҙа ул?
- Һарайҙа, бая уҡ алып ҡайтып, бесән һалып ҡуйҙылар. Мин күнәк менән һыу ултырттым. Тик ул ашамай ҙа, эсмәй ҙә, бышҡырып тик тора, әсәһен саҡыра.
- Әйҙә, ҡарайыҡ!
Беҙ йүгереп һарайға ингәндә, ҡолон һарайҙың бер бүлкәһенә ябыҡ тора ине. Ул ерән төҫтә, ә ялы менән ҡойроғо аҡһыл. Беҙҙән ҡурҡып кешнәп ебәрҙе. Бына шулай мин атыбыҙ менән таныштым. Ул оҙаҡ ваҡыт беҙгә өйрәнә алманы. Кешнәп әсәһен саҡырҙы ла саҡырҙы, күҙҙәренән ҡайһы берҙә эре-эре күҙ йәштәре аҡты. Мин уның эргәһендә йыш булырға тырыштым, бесән һалдым, һоло бирҙем, һыуҙан өҙмәнем. Мин генә түгел инде, Салауат та, Сыңғыҙ ағай ҙа... Ҡустым Ғәҙел генә ҡолондо ҡараша алманы, ул әле бәләкәс.
Бына ҡыш та үтеп китте, Сапсанды ҡырға алып сығып, хәтфә болонда арҡанланыҡ, ул беҙгә шул тиклем өйрәнде. Эргәһенә барһаң, мороно менән төрткөләй башлай. Белә инде кеҫәлә уға тигән икмәк һынығы ятҡанын. Ҡышҡа ҡарай атайым Сапсанға сана йүнәтте.
- Быйыл яйлап Сапсанды егергә өйрәтербеҙ, - тигәс, мин ҡышты шул хәтлем көттөм.
Беренсе ҡар яуғас та атайыма:
- Әйҙә, атай, атты санаға егәйек, - тинем.
- Юҡ, улым, әле ҡар яңы яуҙы бит. Атты ҡар ҡалынайғас өйрәтәләр.
Миңә ҡарышҡан кеүек ул йылды ҡыш ҡарһыҙ булды. Декабрь, ғинуар айында ла Сапсанды санаға егә алманыҡ. Февраль айы еткәс ҡар яуа башланы. Юлдарҙа бейек бураҙналар барлыҡҡа килгәс, атайым:
- Әйҙә, егеттәр, атты өйртергә, - тип саҡырғас, беҙ кем уҙарҙан Сапсан янына сығып йүгерҙек.
Беренсе тапҡыр тәртә араһына торһа ла, ул артыҡ ҡарышманы, күрәһең, беҙгә ныҡ ышана ине. Атты егеп бөткәс, атайым санаға үҙе генә ултырып, урамға сығып йөрөп килде. Икенсегә беҙҙе ултыртып алды. Минең ҡыуанысым сикһеҙ ине. Шулай итеп, Сапсанды егеп йөрөй башланыҡ.
Сапсан бик аҡыллы ат булып үҫте, беҙ уны арбаға ла, эйәргә лә өйрәттек, ҡасан ғына көтөү етә инде, тип көттөк, сөнки көнө буйы алмашлап Сапсанды менеп йөрөйбөҙ. Ҡайһы берҙә ағайҙар менән әрләшеп китәбеҙ. Башҡа ваҡыт Сапсан менән балсыҡ килтерәбеҙ, бесән тырматабыҙ, ҡый түгәбеҙ.
Ул беҙҙең өсөн ат ҡына түгел, дуҫыбыҙ ҙа ине. Беҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлай торғайны. Эйәргә менә алмай торһаң да, сабыр ғына көтөр ине. Бесән тырматҡанда тырманан тәкмәсләп төшкән ваҡыттарҙа туҡтар ҙа, ҡуҙғалмай, хәлде аңлап көтөр ине.
Шулайтып ваҡыт үтә торҙо. Атайҙарым яңы өй һалдылар. Ун ике йәшемдә беҙ ғаиләбеҙ менән Мәҡсүт ауылына яңы оло өйгә күсендек. Эй, ҡыуандыҡ инде. Хәҙер беҙгә мәктәпкә барыр өсөн иртә менән автобусҡа сығырға түгел, дәрестәр бөткәс тә йүгереп ҡайтып китә алабыҙ.
Бер көндө атайым киске аш ваҡытында:
- Егеттәрем, ҙур ер ҙур ер инде. Үрге Һаҙҙағы кеүек иркен тау битләүҙәре юҡ бында, Сапсанды һарайҙа көндәр буйы йонсотоп тота алмайбыҙ, беҙ әсәйең менән уны һатырға булдыҡ, - тине.
Был хәбәрҙән һуң минең дә, ағайымдарҙың да кәйефе төштө. Тамаҡ төбөнә килеп тығылған төйөрҙө саҡ йотоп, күҙ йәштәремде йәшереп, шәп кенә кейенеп, һарайға Сапсан янына сыҡтым. Муйынынан ҡосаҡлап уҡ алдым да, һыҡтап-һыҡтап иланым. Уның менән бер ҙә айырылышырға теләмәй инем. Әммә аңлайым: әсәйем иртәнән кискә тиклем мәктәп эшендә, а атайым көндә 30 километр йөрөп эшләй. Үҙен генә баҫыуға бәйләп китергә ҡурҡабыҙ, сөнки урлап ҡуйыуҙары ла бар.
Сапсан минең кисерештәремде аңлағандай, бышҡырып, ирендәре менән минең битемә тейеп алды. Ул үҙе лә минең менән бергә илай ине. Икенсе көн мәктәптән ҡайтыуыбыҙға Сапсанды яңы хужалары алып киткән ине инде.
Йыш ҡына Сапсан минең төштәремә инә: уның менән Оло тау итәгендә көтөү көтәбеҙ, рәхәтләнеп сабабыҙ, уйнайбыҙ...
Морат АЛСЫНБАЕВ, Мәҡсүт урта мәктәбе уҡыусыһы.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас