Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Июля 2021, 07:30

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары осрашты

Ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына көслө заттар тип атамағандар. Тап улар иңенә тыуған илде һаҡлау бурысы һалынған: борон-борондан Ватан именлеге өсөн иң тәү сиратта улар яуап бирә. Бөйөк Ватан һуғышы күптән тамамланһа ла, ҡыҙғанысҡа күрә, һуғыштан һуңғы быуынға ла төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Шуларҙың иң ауырҙары - Афғанстан, Тажикстан, Абхазия, Осетия, Грузия, Чечнялағы хәрби бәрелештәр ир-егеттәребеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың күңелендә лә уңалмаҫ яра булып, һаман да һаҡлана. Июль айының тәүге көнөндә Рәсәйҙә билдәләнгән иҫтәлекле көн - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө нәҡ шундай ауыр юл үткәндәрҙе иҫкә алыу, уларға хөрмәт күрһәтеү маҡсатынан барлыҡҡа килгән. Кисә тыныс ваҡытта илде һәм илдәге тыныслыҡты һаҡлаған яҡташтарыбыҙ Мораҡ ауылында осрашып, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды, тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәрен иҫкә алды.

Ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына көслө заттар тип атамағандар. Тап улар иңенә тыуған илде һаҡлау бурысы һалынған: борон-борондан Ватан именлеге өсөн иң тәү сиратта улар яуап бирә.
Бөйөк Ватан һуғышы күптән тамамланһа ла, ҡыҙғанысҡа күрә, һуғыштан һуңғы быуынға ла төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Шуларҙың иң ауырҙары - Афғанстан, Тажикстан, Абхазия, Осетия, Грузия, Чечнялағы хәрби бәрелештәр ир-егеттәребеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың күңелендә лә уңалмаҫ яра булып, һаман да һаҡлана.
Июль айының тәүге көнөндә Рәсәйҙә билдәләнгән иҫтәлекле көн - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө нәҡ шундай ауыр юл үткәндәрҙе иҫкә алыу, уларға хөрмәт күрһәтеү маҡсатынан барлыҡҡа килгән.
Кисә тыныс ваҡытта илде һәм илдәге тыныслыҡты һаҡлаған яҡташтарыбыҙ Мораҡ ауылында осрашып, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды, тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәрен иҫкә алды.
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас