Күгәрсен район прокуратураһы ҡиммәтле тиреле кейектәр аҫрау менән шөғөлләнгән “Мәҡсүт кейек фермаһы” йәмғиәтендә хеҙмәт ҡануниәте башҡарылыуын тикшерҙе.
Ойошманың 2020 йылдың сентябренән декабренә тиклем 64 эшсәнгә тулы күләмдә эш хаҡы түләмәүе асыҡланды, йыл аҙағына уларҙың хеҙмәткәрҙәренә бурысы 1850 мең һум тәшкил итте.
Район прокуратураһы тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә ике айҙан артыҡ эшсәндәргә эш хаҡы түләмәү факты буйынса етәксене ҡабаттан тикшереү үткәрергә ҡарар ителде, граждан хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн бурысты ҡайтарыу тураһында ғаризалар судҡа ебәрелде, күрһәтмә сығарылды.
Күрелгән саралар арҡаһында эш хаҡы буйынса бурыс тулыһынса ҡаплатылды, район прокуратураһы материалдары буйынса Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Ейәнсура район-ара тәфтиш бүлеге ойошманың директорына ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 145.1 статьяһы 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Енәйәт эшен тикшереү район прокуратураһы контроленә алынды.
И.АГАДУЛЛИН, район прокуроры ярҙамсыһы, 1-се класлы юрист.