Мораҙым
+18 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
28 Июня 2021, 07:30

Ҡотлайбыҙ!

Мораҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ Төхвәтуллина Хәмдиә Ғәлимйән ҡыҙы үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Матур йәйҙең йәмле көнөндә Моҡас ауылында ата-әсәһен – Ғәлимйән менән Нәғимәне ҡыуандырып, туғандарын һөйөндөрөп өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Рәшит кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ менән 21 йыл Сибай ҡалаһында йәшәп, ике ҡыҙ, бер ул үҫтереп, Мораҡ ауылына йәшәргә ҡайттылар. Уларҙың иңгә-иң терәшеп, бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 45 йыл булды. Хәмдиә һеңлебеҙ, апайыбыҙ, тыуған көнөң – юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, һаулыҡтың иң нығын, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтың иң олоһон юллайбыҙ. Бөтә ғүмерең буйына туғандарыңдың, ғаиләңдең, балаларыңдың бәхете өсөн бар көсөңдө биргән иң гүзәл зат булараҡ, эскерһеҙлеген, ихласлығың, яғымлылығың менән кешеләр күңелен яуланың. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал. Киләсәктә лә Рәшит кейәүгә, еҙнәгә яратҡан ҡатын, балаларыңа ҡәҙерле әсәй, ҡәрсәй, өләсәй булып, бәхеттә, ҡыуаныста йәшәргә насип булһын, Алла бирһә. Тормошоңдоң иң йәмле сағы, 65 йәш – ул аҙ әле! Алда әле күпме шатлыҡ, Күпме бәхет, наҙ әле! Ғүмереңдең был миҙгеле Туҡтап, бер йырлап алыу, Үткәндәргә шөкөр итеп, Киләсәккә юл һалыу! Юлдар оҙон, йылдар тыныс булһын, Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын. Аҡ бәхеттең, шатлыҡ-ҡыуаныстың Бирһен Аллаһ иң-иң ҙурыһын. Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә, Тән сихәте бирһен ғүмергә. Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай Һау-сәләмәт кенә йәшәргә. Иң изге теләктәр менән апайҙарың Ғәлимә, Әҡлимә, еҙнәң Урал, киленең Зәлифә, һеңлең Шәмсиә, кейәүең Зәки һәм уларҙың балалары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мораҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ Төхвәтуллина Хәмдиә Ғәлимйән ҡыҙы үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.
Матур йәйҙең йәмле көнөндә Моҡас ауылында ата-әсәһен – Ғәлимйән менән Нәғимәне ҡыуандырып, туғандарын һөйөндөрөп өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Рәшит кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ менән 21 йыл Сибай ҡалаһында йәшәп, ике ҡыҙ, бер ул үҫтереп, Мораҡ ауылына йәшәргә ҡайттылар. Уларҙың иңгә-иң терәшеп, бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 45 йыл булды.
Хәмдиә һеңлебеҙ, апайыбыҙ, тыуған көнөң – юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, һаулыҡтың иң нығын, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтың иң олоһон юллайбыҙ. Бөтә ғүмерең буйына туғандарыңдың, ғаиләңдең, балаларыңдың бәхете өсөн бар көсөңдө биргән иң гүзәл зат булараҡ, эскерһеҙлеген, ихласлығың, яғымлылығың менән кешеләр күңелен яуланың. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал. Киләсәктә лә Рәшит кейәүгә, еҙнәгә яратҡан ҡатын, балаларыңа ҡәҙерле әсәй, ҡәрсәй, өләсәй булып, бәхеттә, ҡыуаныста йәшәргә насип булһын, Алла бирһә.
Тормошоңдоң иң йәмле сағы,
65 йәш – ул аҙ әле!
Алда әле күпме шатлыҡ,
Күпме бәхет, наҙ әле!
Ғүмереңдең был миҙгеле
Туҡтап, бер йырлап алыу,
Үткәндәргә шөкөр итеп,
Киләсәккә юл һалыу!
Юлдар оҙон, йылдар тыныс булһын,
Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын.
Аҡ бәхеттең, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Бирһен Аллаһ иң-иң ҙурыһын.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Һау-сәләмәт кенә йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Ғәлимә, Әҡлимә, еҙнәң Урал, киленең Зәлифә, һеңлең Шәмсиә, кейәүең Зәки һәм уларҙың балалары.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас