Мораҙым
-3 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июня 2021, 07:32

Хәтерләйбеҙ, иҫләйбеҙ

Хәтер һәм ҡайғы көнө район ауылдарында ла бик ҙурлап, матурлап уҙғарылды. 22 июндә Санъяп һәм Ҡасҡын ауылдарында йәшәүселәр Ҡасҡын ауылында тыл ветерандары һәм һуғыш балалары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янына йыйылды, был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған туғандарын, тылда фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәткән атай-олатайҙарын, әсәй-өләсәйҙәрен, ул утлы йылдарҙың ауырлыҡтарын иҫләне... Тантаналы сарала ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәниә Ғәлина шул осорҙа - 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарға "Һуғыш балалары" танытмаларын тапшырҙы. Уға Санъяп ауылынан Шәрифә Ғәлина, Камила Дәүләтбаева, Нурйыһан, Гөлсирә Дәүләтҡолова, Банат Рәхмәтуллина, Йәмил, Ләлә Түлибаевтар һәм Ҡасҡын ауылынан Гөлшат, Мөхәмәтйән Байғусҡаровтар, Кинйәбикә, Шәфҡәт Ибраһимовтар, Мирза Игликов, Ғәтиә Ҡунаҡҡужина, Зәбирә Мусина, Нәзидә Собханғоловалар лайыҡ булды. Митингтан һуң өлкәндәр мәҙәниәт эшсәндәре һәм ауыл үҙешмәкәрҙәре әҙерләгәнә матур концерт ҡараны, сара өҫтәл артында күңелле итеп тәмле сәйҙәр эсеү менән тамамланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәтер һәм ҡайғы көнө район ауылдарында ла бик ҙурлап, матурлап уҙғарылды. 22 июндә Санъяп һәм Ҡасҡын ауылдарында йәшәүселәр Ҡасҡын ауылында тыл ветерандары һәм һуғыш балалары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янына йыйылды, был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған туғандарын, тылда фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәткән атай-олатайҙарын, әсәй-өләсәйҙәрен, ул утлы йылдарҙың ауырлыҡтарын иҫләне...
Тантаналы сарала ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәниә Ғәлина шул осорҙа - 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарға "Һуғыш балалары" танытмаларын тапшырҙы. Уға Санъяп ауылынан Шәрифә Ғәлина, Камила Дәүләтбаева, Нурйыһан, Гөлсирә Дәүләтҡолова, Банат Рәхмәтуллина, Йәмил, Ләлә Түлибаевтар һәм Ҡасҡын ауылынан Гөлшат, Мөхәмәтйән Байғусҡаровтар, Кинйәбикә, Шәфҡәт Ибраһимовтар, Мирза Игликов, Ғәтиә Ҡунаҡҡужина, Зәбирә Мусина, Нәзидә Собханғоловалар лайыҡ булды.
Митингтан һуң өлкәндәр мәҙәниәт эшсәндәре һәм ауыл үҙешмәкәрҙәре әҙерләгәнә матур концерт ҡараны, сара өҫтәл артында күңелле итеп тәмле сәйҙәр эсеү менән тамамланды.
Автор:Розалия Искужина
Читайте нас