Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
22 Июня 2021, 05:08

Һуғыш осоро балалары һөйләй

Гөлсөм инәй Алдашева:- Ошо Бикбулат ауылында тыуып үҫтем. Һуғыштан элек, утыҙ һигеҙенсе йыл. Атайым Хаммат һуғышҡа киткәндә өс йәш тә тулмаған булған. Атайымды иҫләмәйем. “Һин атайыңа оҡшағанһың” тиҙәр инде, шунан ғына беләм. Оло ағайым бар ине, 28-се йылғы. 35-се йылғы апайым, улар юҡ инде хәҙер. 41-се йылғы һылыуым бар, ул да ошо ауылда. Атайым ятып ҡалды Сталинградта. Атлы дивизияла булған. 1942 йыл “похоронка” килде. Эш менән үтте инде ғүмер.Аслыҡты ла күрҙек, юҡлыҡты ла күрҙек. Кеше нимә ашаны –шуны ашаныҡ. Ул дегәнәк, ул мысай ҡалманы. Үлән инде, үлән. Шуға оҙаҡ йәшәбеҙҙер әле. Витамин ашап үҫкәнгә.

Гөлсөм инәй Алдашева:
- Ошо Бикбулат ауылында тыуып үҫтем. Һуғыштан элек, утыҙ һигеҙенсе йыл. Атайым Хаммат һуғышҡа киткәндә өс йәш тә тулмаған булған. Атайымды иҫләмәйем. “Һин атайыңа оҡшағанһың” тиҙәр инде, шунан ғына беләм.
Оло ағайым бар ине, 28-се йылғы. 35-се йылғы апайым, улар юҡ инде хәҙер. 41-се йылғы һылыуым бар, ул да ошо ауылда. Атайым ятып ҡалды Сталинградта. Атлы дивизияла булған. 1942 йыл “похоронка” килде.
Эш менән үтте инде ғүмер.Аслыҡты ла күрҙек, юҡлыҡты ла күрҙек. Кеше нимә ашаны –шуны ашаныҡ. Ул дегәнәк, ул мысай ҡалманы. Үлән инде, үлән. Шуға оҙаҡ йәшәбеҙҙер әле. Витамин ашап үҫкәнгә.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас