Мораҙым
+24 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2021, 04:49

Сәйҙә инәй Яппарова

Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән Сәйҙә инәй Яппарова ла быйыл 92-һен тултырған. Хәҙер инде ауылдың иң оло кешеһе булып иҫәпләнгән инәй - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йәләлетдин ҡарттың ҡыҙы. Иҫләйһегеҙҙер, Хоҙайбирҙин ауылы музейында һаҡланған Герман күлдәген. Сәйҙә инәйҙәр кейеп үҫкән уны ваҡытында. Йәләлетдин бабай фронтҡа 43-сө йылдарҙа китә. Ауылда тракторсы булып эшләп йөрөгән була. Һуғышҡа ингәс, шоферлыҡҡа уҡыталар. - 1929 йылдың йәйендә Вәлит ауылында тыуғанмын. Дүрт ҡыҙ, бер малай үҫтек. Һуғыш ваҡытында, өс-дүрт йылмы, уҡыманыҡ. Эштә йөрөнөк. Башланғыс класты (өс микән) бөттөк. Һуғыш башланғас, ауылдан бик күптәр киттеләр. Беҙҙең күршеләге инәйҙең өсмө-дүртме улы бар ине, береһе лә ҡайтманы. Атайым шофер булған, бер начальникты йөрөткән ул. Берлинға тиклем барып еткән, беҙгә бер тапҡыр посылка ла һалғайны. Шул посылкаһында анау күлдәкте ебәргәйне.Әсәйем менән общий дворҙа ҡарауылда йөрөнөк. Кис барабыҙ ҙа, әсәйем һыйыр һауа, мин шунда ваҡ-төйәк йомошҡа ярайым. Көлтә лә бәйләнек. Берәр көрөшкә он бирә торғайнылар, ҡайҙан алғандарҙыр, асығырға бирмәнеләр. Әсәйем ҡара эштә йөрөнө. Яфаландыҡ инде, еңел булманы. Уҡырға тигәс, Ермолаевкаға ветеринарлыҡҡа барғайным, иптәш булмағас, уҡыманым да ҡуйҙым. Документтарым да шунда тороп ҡалды. Һуғыш бөткәндән һуң да уҡыу эләкмәне, бер нисә йыл үткәс кенә тағы өс класс уҡыным. Ағас ҡырҡырға бер йыл йөрөнөк тә, аҙаҡ аш бешереүсе итеп алдылар.Һуғыш бөткәнен хәтерләйем. “Һуғыш бөткән!”- тип ҡысҡырып ҡул болғап килә ине берәү урамда. Беҙ ҡыуанышып, мәрәкәләшеп, башҡаларға ла һөйөнсөләргә йүгерҙек, - тип иҫләгәндәрен бәйән итә Сәйҙә инәй.

Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән Сәйҙә инәй Яппарова ла быйыл 92-һен тултырған. Хәҙер инде ауылдың иң оло кешеһе булып иҫәпләнгән инәй - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йәләлетдин ҡарттың ҡыҙы. Иҫләйһегеҙҙер, Хоҙайбирҙин ауылы музейында һаҡланған Герман күлдәген. Сәйҙә инәйҙәр кейеп үҫкән уны ваҡытында. Йәләлетдин бабай фронтҡа 43-сө йылдарҙа китә. Ауылда тракторсы булып эшләп йөрөгән була. Һуғышҡа ингәс, шоферлыҡҡа уҡыталар.
- 1929 йылдың йәйендә Вәлит ауылында тыуғанмын. Дүрт ҡыҙ, бер малай үҫтек. Һуғыш ваҡытында, өс-дүрт йылмы, уҡыманыҡ. Эштә йөрөнөк. Башланғыс класты (өс микән) бөттөк. Һуғыш башланғас, ауылдан бик күптәр киттеләр. Беҙҙең күршеләге инәйҙең өсмө-дүртме улы бар ине, береһе лә ҡайтманы. Атайым шофер булған, бер начальникты йөрөткән ул. Берлинға тиклем барып еткән, беҙгә бер тапҡыр посылка ла һалғайны. Шул посылкаһында анау күлдәкте ебәргәйне.
Әсәйем менән общий дворҙа ҡарауылда йөрөнөк. Кис барабыҙ ҙа, әсәйем һыйыр һауа, мин шунда ваҡ-төйәк йомошҡа ярайым. Көлтә лә бәйләнек. Берәр көрөшкә он бирә торғайнылар, ҡайҙан алғандарҙыр, асығырға бирмәнеләр. Әсәйем ҡара эштә йөрөнө. Яфаландыҡ инде, еңел булманы. Уҡырға тигәс, Ермолаевкаға ветеринарлыҡҡа барғайным, иптәш булмағас, уҡыманым да ҡуйҙым. Документтарым да шунда тороп ҡалды.
Һуғыш бөткәндән һуң да уҡыу эләкмәне, бер нисә йыл үткәс кенә тағы өс класс уҡыным. Ағас ҡырҡырға бер йыл йөрөнөк тә, аҙаҡ аш бешереүсе итеп алдылар.
Һуғыш бөткәнен хәтерләйем. “Һуғыш бөткән!”- тип ҡысҡырып ҡул болғап килә ине берәү урамда. Беҙ ҡыуанышып, мәрәкәләшеп, башҡаларға ла һөйөнсөләргә йүгерҙек, - тип иҫләгәндәрен бәйән итә Сәйҙә инәй.
1950 йылда Ильяс тигән егеткә кейәүгә сығып, донъя ҡоралар. Ул да тракторсы була. Сәйҙә инәй колхоз баҡсаһында эшләй:
- Нурия Йомағужина, Сара, Миңкамал, Миңлебикә еңгәләрҙең йәш сағы. Бергә эшләнек. Ҡарбуз, ҡауын сәстеләр. Оҙаҡ эшләмәне баҡса. Йүнләп үҫтерә алманыҡ. Баҡсанан һуң сөгөлдөргә төштөк. Келәткә эшкә йөрөнөк, ауыл буйлап һөт йыйҙыҡ. (Элек бит колхозға план бирелгән, Сәйҙә инәй оҙаҡ йылдар ауылда һөт йыйып, маҡтаулы эшләгән, уның бер нисә почет грамотаһы ауыл музейында ла һаҡлана) – авт.)
Ильяс олатай менән улар дүрт бала үҫтерә - Кәримә, Зифа, Сынтимер, Илшат. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ильяс олатай 63 йәшендә генә үлеп китә, күп тә үтмәй Иршаттары ла фажиғәле вафат була. Ошо ауырлыҡтарға, оло ҡайғыларға бирешмәй инәй, сабырлыҡ менән күтәрә һынауҙы.Әлеге көндә ул Сынтимер улы менән бергә тора. Оло йәштә булһа ла, үҙ яйына үҙе йөрөп, әбейҙәрсә матур итеп йәшәп ята, ошо тиклем һарыҡ көтә, баҡсаһын үҫтерә. “Баҡсаһында бер ҡый үләне күрмәҫһең”, - тиҙәр уның турала ауылдаштары. Ысынлап та, бала саҡтан эшкә өйрәнгән инәй һаман да сымыры донъя көтә.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас