Мораҙым
+16 °С
Ясна
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2021, 04:53

Рауил Ғәйнтдин улы Вәлитов

Рауил Ғәйнетдин улы Вәлитов 1929 йылғы. Ул Һапаш ауылынан. Һуғыш башланғанын ул да асыҡ хәтерләй.- Беҙ уҡып ултыра инек. Байгилдин Хәйбрахман –уҡытыусы, Шәрәфетдиндың ағаһы. Шул уҡып ултырғанда был ағай: “Балалар, хуш булығыҙ, мин Германияға һуғышҡа киттем”, - тип сәғәт ун икелә хушлашып сығып китте, уҡытып ултырған еренән фронтҡа алып киттеләр. Уның Ирек тигән бәләкәй малайы тороп ҡалды. Дәминдәр ҡартта торҙолар, ҡатыны Маһиямал ине. Икенсе уҡытыусы килгәнсе беҙҙе ул уҡытты, - Маһиямал Байгилдина Мәләүездә 4 айлыҡ уҡытыусылар курсын тамамлай. Ире һуғышҡа киткәс, өс бәләкәй бала менән ҡала. Икәүһе ауырып, мандымай үлеп китә.- Һапаштан һуғышҡа күп киттеләр. Барыһы ла күҙ алдымда, оҙатҡаныбыҙҙы ла вис хәтерләйем. Юл буйы тулы халыҡ. Кемеһе тоҡсайын аҫҡан. Яман хәбәрҙе ишетеү менән ағылдылар. Йомағужа военкоматынан киттеләр...- Рауил олатай өлкән булһа ла, ул осорҙо яҡшы хәтерләй.

Рауил Ғәйнетдин улы Вәлитов 1929 йылғы. Ул Һапаш ауылынан. Һуғыш башланғанын ул да асыҡ хәтерләй.
- Беҙ уҡып ултыра инек. Байгилдин Хәйбрахман –уҡытыусы, Шәрәфетдиндың ағаһы. Шул уҡып ултырғанда был ағай: “Балалар, хуш булығыҙ, мин Германияға һуғышҡа киттем”, - тип сәғәт ун икелә хушлашып сығып китте, уҡытып ултырған еренән фронтҡа алып киттеләр. Дәминдәр ҡартта торҙолар, ҡатыны Маһиямал ине. Икенсе уҡытыусы килгәнсе беҙҙе ул уҡытты, - Маһиямал Байгилдина Мәләүездә 4 айлыҡ уҡытыусылар курсын тамамлай. Ире һуғышҡа киткәс, өс бәләкәй бала менән ҡала. Икәүһе ауырып, мандымай үлеп китә.
- Һапаштан һуғышҡа күп киттеләр. Барыһы ла күҙ алдымда, оҙатҡаныбыҙҙы ла вис хәтерләйем. Юл буйы тулы халыҡ. Кемеһе тоҡсайын аҫҡан. Яман хәбәрҙе ишетеү менән ағылдылар. Йомағужа военкоматынан киттеләр.
Атайым Ғәйнетдин ҡарт оло ине, ул һуғышҡа барманы. Дәминдәр ҡарт та барманы. Алтмышты үтеп, етмешкә ҡараған бер алты кеше тороп ҡалды. Һуғыш башланғас, эшкә киттем. Шул йылды уҡып бөттөм дә, колхозға эшкә индем, фермала йөрөнөк. Әсәйемдәр бесән ваҡытында салғы менән бесән сапты. Эшләй алғандарҙың бөтәһе лә шунда йөрөнө. Ураҡ ваҡытында - ураҡта, яҙғыһын – сәсеүҙә. Әсәйҙәр саба, мин күбә тарттырам, ат башында торам, Дәминдәр ҡарт - эҫкерт башында. Игенде уралар ҙа, көлтә бәйләйҙәр, кис ҡорон арба егәм дә, шуны ташыйым. Комбайн юҡ, районға бер генә комбайн ине ул ваҡытта. Ҡар яуғас ҡына беҙгә килеп етә торғайны.
Эш ауыр булды әҙәм балаһына. Һөттө лә, йомортҡаны ла хөкүмәткә тапшырабыҙ, кешенең үҙенә ашарға ла ҡалмай торғайны. Дүртте генә бөтөп ҡалдым, башҡа уҡыманым.
Бөрйән яғына һал ағыҙырға ла барҙым. Арыҫлан бабайҙың бер малайы, олоһо ла барҙы, исемен онотҡанмын, Зиннурҙары бәләкәйе ине, Солтаны булғандыр.
Эште күрҙек инде, Аллаға шөкөр, хәҙер аҡсаһын да һәйбәт алам. Путин онотмай, 90 йәшемә бүләк менән ҡотлау ебәрҙе. Рәхмәт Хөкүмәткә.
Һапашта ферма ла булды заманында, егермеләгән һыйыр, аттар. Бер генә атты һуғышҡа алдылар. Күҙ алдымда һаман. Килеп үлсәнеләр ҙә алып киттеләр. Үгеҙ менән ер һөрмәнек былай, аттар булды. Колхозда Абдулла ағай Вәлитов рәйес ине, һуғышҡа алғайнылар, яраланып ҡайтты. Ҡайтҡас та кире ул булды,- тип хәтер ебен һүтә Рауил олатай.
Һуғыш бөткәндән һуң ике йыл үткәс, әсәһе, ҡустыһы Малик менән Урта Азияға сығып китәләр. Ләкин оҙаҡ йөрөмәйҙәр, Йәҙгәргә әйләнеп ҡайталар.
- Азия яғында йөрөп ҡайтырға тура килде шул, унан ҡайтҡас, 51-се йылда армияға киттем. 54-се йылдың 29 октябрендә ҡайттым. Бөтәһен дә күрҙем, ауырлыҡҡа зарланмайым. Намыҫлы эшләнем. Эшемде бер ҡасан да ташлап китмәнем.
Атайым 43-сө йылдың майында үлде. Сәсеү ваҡыты ине, баҫыуҙан ауырып ҡайтты, ат менән тейәп алып килделәр. Ҡайтҡас, күп торманы, бер нисә сәғәт ятты ла, үлде лә ҡуйҙы...
Ҡап-ҡара һаҡаллы ҡарт ине. Федоровка районының, Юрматы ауылынан күсеп килгән булғандар. Армиянан ҡайтҡас, ағайға барҙым, атайымдың бер туған мырҙаһына, ярҙам ит тип, ат менән кил тип ҡайтарҙы. Икенсе барғанда биш тоҡ иген тейәп ҡайтарҙы. Ҡышты үткәргәс, 55-се йылдың майында колхозға эшкә килдем. Бында килгәс, Хәйҙәр ҡарттың Нәжиә тигән ҡыҙы менән өйләнештек. Бер генә хәбәр ебәргәйнем, йүгереп килде. Һүҙгә лә шәп инем, эшкә лә. Ваҡытында сибәр ҙә булғанмындыр инде.
Колхоз да яратты мине. Тәүҙә ат ҡараусы булдым. Малсылыҡта эшләнем, яҙғыһын сәсеүҙә йөрөнөм, - Нәжиә инәй менән икәү улар 14 йыл быҙау ҡарай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып эшләйҙәр, Хөкүмәт тә уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалай, бихисап рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләй. Нәжиә инәй вафат булһа ла, Рауил бабай донъяһын сынъяһау итеп кенә тота: өйөнә төкәтмә төкөткән, яңынан мунса һалдырған, өй тәҙрәләрен алмаштырған, йорт эсендә лә бөтә уңайлы шарттар булдырып бөткән. “Кемдең донъяһы – Рауилдың донъяһы тип әйтәләр бит” тип ысын мәғәнәһендә намыҫ менән йәшәй олатай.
- Ҡайҙа эшкә ҡуштылар, шунда йөрөнөк. Кире ат ҡарауға ҡуштылар. Эргәмдә балалар күп булды. Тауыҡ фермаһында ла эшләнем. Дүрт йыл тирәһе микән. Аҙаҡ бөттө ул. Эшләүсе булманы. Йомортҡаны йыйыр кәрәк, ҡалаға апарып үҙем тапшыра торғайным. Намыҫлы йәшәнем, намыҫлы эшләнем. Кеше малына теймәнем, хәләл көс менән йәшәнек.
Рауил олатай менән Нәжиә инәй ете балаға ғүмер биргән - ҡыҙҙары Миңлегөл, Таңһылыу, улдары Ишбулды, Хөрмәтулла, Рафиҡ, Рафаил, Раян. Олоғайған аталарын балалары берәр айлап, алмашлап ҡарай, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә.
- Тормошома бик ҡәнәғәтмен. Ни хәтлем ауырлығын күрһәк тә, зарланмайым.
Йәштәргә әйтер һүҙем шул: ил тыныслығын боҙмаһындар, һуғыш тигән нәмәне күрһәтмәһен Хоҙай. Намыҫ менән йәшәһендәр, матур итеп өйләнеп, тормоштарын матур итеп ҡорһондар. – Һуғыш арҡаһында иртә ир ҡорона ингән олатайҙың теләктәре фәрештәләрҙең амин тигән мәленә тура килһен. Ил-йортобоҙ именлектә булһын, һуғыш–афәттәрҙе күрһәтмәһен.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас