Мораҙым
-3 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
22 Июня 2021, 11:50

Һалдат ҡайтты тыуған еренә

Бөгөн – Ҡайғы һәм хәтер көнөндә районыбыҙҙың Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән батыр яу ҡорбаны Хисмәтуллин Хәйбулла Хәлил улы тыуған төйәгендә ерләнде. Волгоград өлкәһенең Ольховка районының Октябрский ҡасабаһында 16-сы Һауа Армияһы музейына нигеҙ һалыусы Василий Белоусов, Көйөргөҙе районының “Ҡаһарманлыҡ” эҙәрмәндәр отряды командиры Салауат Һатыбаев, яугирҙың туғаны Фаршат Аҡбирҙиндарҙың тырышлығы менән яҡташыбыҙ 78 йыл үткәс тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, эҙәрмәндәр отряды командиры Салауат Һатыбалов, туғандары исеменән Фаршат Аҡбирҙиндар һүҙ тотто.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн – Ҡайғы һәм хәтер көнөндә районыбыҙҙың Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән батыр яу ҡорбаны Хисмәтуллин Хәйбулла Хәлил улы тыуған төйәгендә ерләнде.
Волгоград өлкәһенең Ольховка районының Октябрский ҡасабаһында 16-сы Һауа Армияһы музейына нигеҙ һалыусы Василий Белоусов, Көйөргөҙе районының “Ҡаһарманлыҡ” эҙәрмәндәр отряды командиры Салауат Һатыбаев, яугирҙың туғаны Фаршат Аҡбирҙиндарҙың тырышлығы менән яҡташыбыҙ 78 йыл үткәс тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.
Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, эҙәрмәндәр отряды командиры Салауат Һатыбалов, туғандары исеменән Фаршат Аҡбирҙиндар һүҙ тотто.
Эште 4 майҙа урындағы халыҡтан мәғлүмәттәр белешеүҙән башланыҡ. В.Д.Белоусов һәм ҡасабаның өлкән кешеләре иҫләүе буйынса, Имәнле (Көнбайыш) үҙәндә Имәнле утары булған һәм унда ҡаҙаҡтар йәшәгән. Үҙәндең икенсе яғында ҡаҙаҡ зыяраты урынлашҡан, уның ситендә өҫтөнә фанеранан яһалған һәйкәл ҡуйылған ҡәбер булған. Фараз итеүҙәренсә, Х.Хисмәтуллин шунда ерләнгән. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында утарҙа йәшәүселәрҙе икенсе ерҙәргә күсерәләр, үҙән урынында дамба ҡоралар һәм быуа эшләйҙәр. Зыяратты һыу баҫа башлағас, ҡаҙаҡтар бында күмелгәндәрҙе икенсе урынға күсереп ерләй. Был ваҡытҡа фанеранан эшләнгән һәйкәл юғалған булғас, яңғыҙ ҡәберҙе берәү ҙә таба алмай.
Белоусов беҙгә Хәйбулла Хисмәтуллин идара иткән “ИЛ-2” самолетының ергә төшкән урынының схемаһын һәм шул ваҡиғаға шаһит булған аэродром хеҙмәтләндереүе батальонының шәфҡәт туташы Цыганкова Зинаида Григорьевнаның яҙма иҫтәлектәрен тапшырҙы.
“Бөтә самолеттарыбыҙ ҙа заданиенан ҡайтты, быны - һуңғыһын 35 минут көттөм. Күрәм... оса, артынан - мессер (немец самолеты). Бер саҡрым ара ҡалғас, яна башланы һәм ергә ҡолап төштө. Тегеһе ҡасты. Әммә ҡолап төшкән урыны күренмәне. Бөттө”.
Имәнле үҙән ингән ерҙәрҙең хужалары булған фермер хужалығынан һәм муниципалитеттан ҡаҙыныу һәм эҙләнеү эштәре алып барырға рөхсәт алғандан һуң, шул ерҙә эш башланды. Оҙонлоғо 250, киңлеге 70 м майҙан билдәләнде, уның бер яғы быуа ярына барып терәлһә, икенсе яғы урман һыҙаты менән сикләнде. Ҡаҙыу эштәре археологик ысул менән, фотоһүрәткә теркәүҙең барлыҡ ҡағиҙәләрен үтәп башҡарылды. Эш барышында кеше һөлдәһе һәм ҡәберлектең хәрби икәнлеген иҫбатлаусы әйберҙәр табылды. Ҡалдыҡтарҙы эксгумациялау тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Һөлдәнең нәҡ Х.Хисмәтуллиндыҡы булыуын йәнә шул да дәлилләй – 694-се штурмлау авиция полкында хеҙмәт итеүсе пилоттарҙың тик икәүһе генә мосолман була, тәүгеһе ул, Башҡортостан егете, икенсеһе Мөхтәров Миңдийәр Гешар улы, күрше Чкалов (хәҙерге Ырымбур) өлкәһенән. Туғандары хәтерләүенсә, улар дуҫ булалар, ҡыҫҡа ял ваҡытында икәүләп Хәйбулланың тыуған еренә ҡайтып урайҙар. Юғалғандар исемлегендә Мөхтәров юҡ. Тимәк, Миңдийәр һәләк булған дуҫын йола буйынса, йәғни мосолман (был осраҡта ҡаҙаҡ) зыяратына ерләүҙе хәстәрләгән. Быларҙың барыһы ла Имәнле үҙәндә табылған кеше һөйәктәренең 228-се штурмлау авиация дивизияһына ҡараған 694-се штурмлау авиация полкының “ИЛ-2” самолеты пилоты Хисмәтуллин Хәйбулла Хәлил улыныҡы булыуын раҫлай, - ти эҙләнеү отряды командиры Салауат Һатыбаев.
Автор:Розалия Искужина
Читайте нас