Бөгөн -атайҙар көнө ???????????????????????????? Атайҙар көнө йыл һайын донъяның бик күп илдәрендә июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә байрам ителә. Тәүге тапҡыр уны Америкала Сонора Смарт тәҡдиме буйынса билдәләйҙәр. Уның атаһы — Уильям Смарт, ҡатыны вафат булғас, яңғыҙы алты балаһын тәрбиәләп үҫтерә. Сонора урындағы власҡа атайҙарға арналған байрам булдырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә.Тәҡдим хуплана. Был байрамды 5 июндә — Уильям Смарттың тыуған көнөндә билдәләргә ниәтләйҙәр. Тик әҙерлеккә ваҡыт етмәү сәбәпле, ул күсерелә һәм айҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Был көндө Көнбайышта атайҙарға рауза сәскәләре бүләк итәләр. Атай! Һин терәгем-таянысым, Сабырлығың үрнәк күптәргә! Ер - түбәндә, ҡояш янда ғына Күккә сөйөп мине күтәрһәң! Шырауланған ҡаты ҡулдарыңдың Йылылығы ҡайнар ҡояштан. Шул йылыға һыуһап ҡайтып киләм, һинең янға, атай, алыҫтан.