Үҙемде төрлөсә ышандырырға, дөрөҫөрәге, ишеткәнемә ышанмаҫҡа тырышып ултырғанымда, еңгәнең юғалып торған саҡтары иҫкә төшә. Бер барғанымда, кисләтеп кенә, кеҫәһенә бәйләмен тығып, Миңлегөлгә ултырмаға инәм, тип сығып киткәйне. Ул саҡта ла күршеһе өйҙә юҡ ине. Бәйләгән нәмәһе лә күренмәне үҙенең.
Фермала һыйыр һауғанында төнгө өстәрҙә ҡайтып инеп, бер һыйырым һауҙырмай ыҙаланы, шуның менән айҡаштым, тип илауланы. Колхозда икмәк бешергәнендә һуңлап ҡайтыуын ҡамырым ҡабармай йонсотто, тип аҡланы. Кантур иҙәне йыуғанында ла сей утын оҙаҡ янды ла, мейесте томалай алмай интектем, тиер ине. Гурытҡа китһә, баҙарҙа йөрөп ҡалып автобусҡа һуңланым, тип ыңғырашты. Беҙ иһә быларҙың барыһын да еңгәнең һәпрәлегенә һылтаныҡ.
Әле иһә уны һис икеләнмәй хөкөм итерлек сәбәптәр артҡан һайын, йөрәге ауыртып дауаханала ятҡан ағамды уйлап үҙемдең йөрәгем һыҙа.
Ағай кеше ҡалай булһа ла яҡын була икән ул. Юҡҡа болармаған икән, тим. Белеп ҡоторған. Шул урында күңелем уйлағанды аҡылым ҡабул итмәй йонсота. Ә бәлки, үҙе енле булмаһа, еңгә лә йөрөмәгән булыр ине?
Уйҙарымдан уйылып ултырған еремдән, сыр-сыу килешкән, илашҡан тауыштар ишетеп ҡалып тышҡа атылам.
- Ағаң насар ти бит, бикәс!
Эйәртенешеп урамға сығып сабабыҙ. Әле бер, әле икенсе өйгә һуғылып машина эҙләй торғас, хәлдән тайып туҡтайбыҙ.
- Ҡырғын ҡырғанмы ни! - ти геүләй еңгәм. – Ауылда бер ир заты ҡалмағансы!
- Ишморат тыңлар, - ти әсәй ҡыйынһынып ҡына. – Моғайын да тыңламай ҡалмаҫ.
Башыбыҙҙы эйеп ағамдың әлеге шул күршеһенә килеп йығылабыҙ.Ул ике лә уйлап тормай, машинаһына һикереп менеп ултыра ла, ҡуҙғалып та китә.
Райүҙәккә илткән биш саҡрым ара бик йыраҡ булып тойола. Әсәй ауыҙ эсенән генә доғаларын уҡый, еңгәм тәҙрәгә башын терәгән дә һүҙһеҙ генә илап бара.
Мин иһә донъямды онотоп, машинаһының алдына сығып сабырҙай булып руль артында өҙгөләнгән Ишморат ағайҙы күҙәтәм. Ағайым ише үк күркәм ҡиәфәтле булмаһа ла, ул да төшөп ҡалғандарҙан түгел. Үҙенә генә хас тәрән баҫалҡылығы, ҡояштай алсаҡлығы менән әллә кемдәрҙе арбарлыҡ. Янында машинаның ултырғысына һыймай, бүҫкәрелеп төшөп ултырған еңгәмә ҡарайым да, уны Миңлегөл еңгәнән өҫтөнөрәк иткән сифаттарын эҙләп бер булам…
- Йөрәге буйтым туҙған шул, - ти табип, - һушһыҙ ятҡан иренә ҡапланып һыҡтаған еңгәгә ҡарап. – Йәшәүен йәшәр ул. Һаҡлар кәрәк инде.
- Еңгә,- тим, балнистан сығып ҡапҡа тышында беҙҙе көтөп ултырған Ишморат ағайға табан атлағанда. – Әгәр ағайым үлһә…
- Тәүбә, тиң! Төкөр! – башын баҫып янымда йыуаш атлап килгән еңгәм, үҙен белештермәй ҡысҡырып уҡ ебәрә.
- Әгәр, - тим, - шулай килеп сыҡһа? - үҙем ситкә ҡарап, уға күрһәтмәй генә төкөрөп ҡуям. - Икенсегә кейәүгә сығыр инеңме?
Һорауым яуапһыҙ ҡалып, байтаҡ араны һүҙһеҙ генә үтәбеҙ. Еңгәм ни уйлағандыр, мин иһә уның етемһерәп ҡалған үҙен, балаларын, ирһеҙ ҡалған донъяһын күҙ алдыма килтереп ҡурҡып китәм. Енле булһа ла йәшәһен әле шул ағайым, тип күңелемдән ҡат-ҡат күктәргә ялбарам.
- Юҡ, - ти еңгәм, аралағы көсөргәнеште боҙоп. – Сыҡмаҫ инем!
Ныҡлы итеп, өҙөп әйтһә лә, әйткәненә ышанмай, әлеге шул ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә ымлап:
- Ә Ишморат ағайға? – тип һорарға ҡыйыулыҡ табам. Юрый һорайым. Әсәй әйткәндәрҙе, теге серле кисте, еңгәнең шул ваҡыттағы нурлы ҡиәфәтен иҫләп ныҡышам:
- Алдашма! Яратаң да инде шуны?!
Еңгәм күкрәгемә башын терәй ҙә, икәүләп иларға керешәбеҙ. Илайбыҙ ҙа илайбыҙ. Күҙемдән сорлап аҡҡан йәштәрҙе туҡтатыр әмәлем юҡ. Элек ағайыма асыуым килеп, йәнем көйөп илаһам, әле рәнйеп илайым. Үҙемдең кемгә рәнйеүемде генә аңлай алмайым.
- Ағаңды яратам, - ти ул ҡапыл илауынан туҡтап. - Ә был, - эйәге менән эскәмйәгә һеңеп ултырған һынға ымлай, - әрнегән йәнемә дауа ғына ине...
Уның әйткәндәренән рәхәт булып китә, күңелем бөтәйә. Булмышынан бөркөлөп торған наҙ ипкене битемә килеп бәрелә лә, яйлап бөтә тәнем буйлап тарала.
Йәндәребеҙ берләшкәнен шәйләпме, еңгәм үтә яҡын күреп, яратып йөҙөмә баға ла, тотош донъянан йәшерер серен башҡалар ишетеп ҡуймаһын тигәндәй, бышылдап ҡына миңә сисеп һала:
- Тәүге йәр – Хоҙай бүләге, тип юҡҡа әйтмәйҙәр ул, бикәс. Ағайың да миңә күктәр инселәгән иң ҡәҙерле бүләк. Шунан айырылырға яҙмаһын…