Мораҙым
+13 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
18 Июня 2021, 10:37

Коррупцияға –юҡ!

Үткән аҙнала район хакимиәтендә коррупцияға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уны район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев алып барҙы. Ултырыш эшендә район прокуроратураһы, урындағы Эске эштәр бүлеге вәкилдәре, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, райондың предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Үткән аҙнала район хакимиәтендә коррупцияға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уны район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев алып барҙы. Ултырыш эшендә район прокуроратураһы, урындағы Эске эштәр бүлеге вәкилдәре, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, райондың предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Көн ҡаҙағына ҡуйылған тәүге һорау – район территорияһында коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү тураһында район прокуроры Альфред Ғәлиәҡбәров сығыш яһаны. Ул тәүҙә муниципаль берләшмәләрҙә эшләүсе дәүләт эшмәкәрҙәрен коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең норматив-хоҡуҡи акттары менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, үткән йылдың декабренән һанлы финанс активтарҙың – һанлы валюта һ.б. килемгә инеүен, килем тураһында декларация тапшырғанда уларҙы күрһәтмәү хоҡуҡ боҙоуға тиң булыуын билдәләне. Альфред Энгельс улы һүҙҙәре буйынса ағымдағы йылдың 5 айында коррупцияға ҡаршы ҡануниәт үтәлешен тикшереү һөҙөмтәһендә был өлкәлә 43 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән, 23 күрһәтмә сығарылған Суд тарафынан 2 енәйәт эше ҡаралған, улар полиция хеҙмәткәрҙәренә үҙ вазифаларын башҡарғанда ришүәт биреүгә бәйле булған. Коррупцияға ҡаршы ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү маҡсатында райондың ауыл биләмәләре хакимиәттәре, ойошмалар тикшерелгән, тикшереү күрһәтеүенсә бөтә ерҙә лә тәртип юҡ, хоҡуҡ боҙоуҙар бар, улар буйынса етәкселәр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлкәй Псәнчина менән район Советы секретары Руслан Әхмәров муниципаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар тарафынан килем, мөлкәт һәм башҡа милеккә бәйле йөкләмәләрҙе башҡарыу бурысын анализланы, рәсми документтар тултырғанда ваҡ хаталар китеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, мәғлүмәттәрҙең тейешле органдарға ебәрелеүен билдәләне.
Теманы урындағы Эске эштәр бүлегенең оператив эш буйынса начальнигы урынбаҫары Рамаҙан Сабашев дауам итте. Йыл башынан хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан иҡтисади йүнәлештәге 5 енәйәт асыҡланған, уның берәүһе коррупцияға ҡағылышлы булған. Әле производствола 1 енәйәт эше бар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары башҡа граждандарҙың ҙа ярҙамына өмөт итә, ришүәт биреү һәм башҡа төрлө коррупцияға ҡағылышлы хәлгә шаһит булғанда, һис кисекмәҫтән хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә, коррупцияға ҡаршы бергәләп көрәшергә өндәне.
Читайте нас