Мораҙым
+10 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
14 Июня 2021, 02:46

Яланғас урман

Тәбиғәт һәм беҙ ???????????????????????????????????? Был күренеш бөгөн генә Урал аръяғында төшөрөлдө. Имен ҡалған ағас түгел, бөтөн япраҡ та юҡ. Бал ҡорттары ла йәл, һүҙ ҙә юҡ. Әммә ҡарышлауыҡтар ошолай үрсеүен дауам итһә, бал ҡортона бал йыйырлыҡ сәскә-үлән дә ҡалмаҫтыр ул... Ике ут араһында кешелек... Ағаста ашарлығы бөткәс, үләнгә төшкән хәҙер. Атлап китеп барғанда аяҡҡа һырылып, үрмәләйҙәр. Урман шытырлап тора. Ағас аҫтында япраҡ ҡағыҙ шикелле туралып ята... Ҡырмыҫҡа ла ашамай бит уны. Ҡоштар ҙа... Ҡурҡыныс фильмдағы һымаҡ булып китте... Ысынлап та, бик хәүефле хәл. Баҡса-ҡурабыҙ именлектә булғас, әллә ни илтифат та итмәйбеҙҙер. Ә бына ҡырға сығып, үҙ күҙең менән күрһәң, иҫең китер... Күгәрсендә лә бит урыны-урыны менән ағаслыҡтар яланғас... Аллаһы Тәғәләнең биргән бер һынауылыр инде... Имен генә үтеп китһен тип теләйек. Автор фотолары.

Добавить в предпочтительные источники Google

Читайте нас