Мораҙым
+29 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
12 Июня 2021, 11:15

Һабантуйҙың күрке булды ап-аҡ ҡына тирмәләр

Милли байрамдарыбыҙҙа аҡ тирмәләр ҡороп ҡунаҡ һыйлау йолаһы быуындан-быуынға тапшырыла килә. Быйылғы һабантуйҙа ла ауыл биләмәләренең һәм хужалыҡтарҙың ялан буйлап теҙелгән аҡ тирмәләре үҙе бер ҙур булмаған ауылды хасил итеп, йылдағыса байрам күркенә әйләнде. Ҡунаҡсыл хужалар бер-береһен уҙҙырып, сәмләнеп әҙерләнгән: бәйләнгән, тегелгән, сигелгән, һырылған ҡул эштәре, ағастан, таштан һәм башҡа төҙөлөш материалдарынан эшләнгән әйберҙәр, музей экспонаты булырлыҡ боронғо ҡомартҡылар күргәҙмәләре, ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәрен, көнкүрешен сағылдырыусы балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ мөйөштәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Милли аш-һыуҙарҙан һығылып торған табындар тураһында әйтеп тораһы ла түгел, һәр береһендә кәмендә 100-гә яҡын ризыҡ урын алған! Йәнә шуныһы ҡыуаныслы: ауыл биләмәләре республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын да күҙ уңынан ысҡындырмаған, сәләмәт тормош темаһына айырым иғтибар бүлгән.

Милли байрамдарыбыҙҙа аҡ тирмәләр ҡороп ҡунаҡ һыйлау йолаһы быуындан-быуынға тапшырыла килә.
Быйылғы һабантуйҙа ла ауыл биләмәләренең һәм хужалыҡтарҙың ялан буйлап теҙелгән аҡ тирмәләре үҙе бер ҙур булмаған ауылды хасил итеп, йылдағыса байрам күркенә әйләнде. Ҡунаҡсыл хужалар бер-береһен уҙҙырып, сәмләнеп әҙерләнгән: бәйләнгән, тегелгән, сигелгән, һырылған ҡул эштәре, ағастан, таштан һәм башҡа төҙөлөш материалдарынан эшләнгән әйберҙәр, музей экспонаты булырлыҡ боронғо ҡомартҡылар күргәҙмәләре, ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәрен, көнкүрешен сағылдырыусы балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ мөйөштәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Милли аш-һыуҙарҙан һығылып торған табындар тураһында әйтеп тораһы ла түгел, һәр береһендә кәмендә 100-гә яҡын ризыҡ урын алған! Йәнә шуныһы ҡыуаныслы: ауыл биләмәләре республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын да күҙ уңынан ысҡындырмаған, сәләмәт тормош темаһына айырым иғтибар бүлгән.
Читайте нас