Ат элек-электән ир-егеттең тоғро дуҫы, айырылмаҫ иптәше һәм ышаныслы юлдашы, ярҙамсыһы һаналған. Заман алға китеп, атты алыҫ юлға йөрөү сараһы булараҡ ҡулланыу бөтөнләй тиерлек кәмеһә лә, бейә һөтөнән ҡымыҙ бешеү һәм йылҡыны ит өсөн тотоусы хужалыҡтар беҙҙең районда байтаҡ. Шуларҙың береһе - Аҙнағол ауылында йәшәүсе крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Илдус Сәлихов.
Аҙнағол яҡтары иркен. Иргә ҡанат булырҙай, тоғро, эшсән, сыҙамлы, һуғым булырҙай йылҡы малдарын йәштән ярата Илдус ағай. 2005 йылда тәүәккәлләп йылҡысылыҡ йүнәленешендә үҙ хужалығын ойоштороп ебәрә һәм аттарҙы үрсетә башлай. Әле уның хужалығында 110-115 баш мал иҫәпләнә. Бесәнлек һәм баҫыу ерҙәре лә байтаҡ, уның 300 гектарҙан ашыуында – пай ерҙәрендә иген культуралары сәселә.
Аттар Аҙнағол эргәһендәге иҫке фермала тора, батырҙар эсемлеге - ҡымыҙ ҙа ошонда яһала. Әлеге мәлдә улар башлыса ҡымыҙ бешеп һатыу менән шөғөлләнә. Эсемлекте район үҙәге Мораҡта, күрше Күмертау, Мәләүез ҡалаларындағы сауҙа нөктәләренә алып баралар. Илдус Әхәт улы эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдереү, тағы ла үҫтереү маҡсатында “Агростартап” программаһында ҡатнашып, ҡымыҙ етештереү йүнәлешендә генә түгел, йылҡы итен эшкәртеп, төрлө ит продукцияһын етештереү эшен дә яйға һалырға ниәтләй. Тап шул уй-хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн ул район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев етәкселегендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итте. Ниәттәре тормошҡа ашып, дәүләт ярҙамын ала алһа, Илдус Әхәт улы яңы ат фермаһы төҙөргә, уның эргәһенә ҡымыҙ бешеү цехын урынлаштырырға, артабан инде ит продукцияһын етештереү цехын да булдырырға, тағы ла 4 кешене эш менән тәьмин итергә уйлай.
Ғайса Ғилметдин улы ла, комиссия ағзалары ла проектты хупланы, дәүләт программаларында ҡатнашҡанда, мал йәки техника һатып алыуға ҡарағанда продукция етештереү эшенә һәр саҡ ҙур иғтибар бүленеүен, ул проекттарҙың өҫтөнлөклө булыуын билдәләнеләр һәм уңыштар теләнеләр.