Мораҙым
+9 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Июня 2021, 09:51

Йөҙйәшәр инәй

Исем ауылында йәшәүсе Максакова Елена Михайловна ошо көндәрҙә үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо иҫтәлекле ғүмер байрамы айҡанлы йөҙйәшәр инәйҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафин ҡотланы. Район етәксеһе Елена Михайловнаға Рәсәй Президенты Владимир Путин менән республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаларын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Исем ауылында йәшәүсе Максакова Елена Михайловна ошо көндәрҙә үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләне.
Ошо иҫтәлекле ғүмер байрамы айҡанлы йөҙйәшәр инәйҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафин ҡотланы. Район етәксеһе Елена Михайловнаға Рәсәй Президенты Владимир Путин менән республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаларын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Йөҙ йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, Елена Михайловна бик теремек. Әле ул балалары менән бергә йәшәй, уларға хужалыҡ эштәрендә булыша, ярҙам-кәңәштәренән өҙмәй.
Читайте нас