Мораҙым
-3 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
25 Мая 2021, 10:04

Грант

24 майҙа, филологтар көнө алдынан, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт әҙәби теленең 100 йыллығына арналған фәнни-методик семинар үтте.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс еңеүселәрен тәбрикләнеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
24 майҙа, филологтар көнө алдынан, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт әҙәби теленең 100 йыллығына арналған фәнни-методик семинар үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
Еңеүселәрҙе ҡотлап Эльвира Айытҡолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының журналистар менән тығыҙ эшләүен әйтеп китте.
«Яңыраҡ ҡына беҙ республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында милли матбуғатта эшләгән журналистар менән Медиафорум үткәрҙек. Унда бик мөһим һорауҙар күтәрелде, улар барыһы ла ыңғай хәл ителер, тип ышанабыҙ. Әле тапшырыласаҡ гранттар ҙа интернет селтәрендә башҡорт телен таратыусы журналистар һәм блогерҙар өсөн булдырылды. Беҙҙең телебеҙ бай, ул бар ерҙә булырға тейеш. Тағы ла шуны әйтеп китергә кәрәк, хәҙер беренсе класҡа балалар ҡабул итеү өсөн ғаризалар йыйыу башланды. Ата-әсәләр туған тел булараҡ башҡорт телен һайлау хоҡуғы тураһында онотмаһындар, сөнки беҙҙең телебеҙ беҙгә кәрәк», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Сираттағы еңеүселәр исемлегендә хеҙмәттәшебеҙ Айгөл Айытҡолова ла бар. Ул “Илһамиәт” проекты авторы булараҡ грантҡа лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, был төркөмдә башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләре - сәсәндәр, халыҡ шағирҙары, яҙыусылары әҫәрҙәре, бөгөнгө заман шағирҙары, яҙыусылары, һүҙ оҫталары ижады яҡтыртыла.
Автор “Мораҙым”, “Атайсал”, “Йәшлек”, “Яйыҡ” башҡорт гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Шоңҡар” журналдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Башҡорт шағирҙары, яҙыусылары ижадынан тыш, “Илһамиәт”тә яңы авторҙарҙың да ижад емештәренә ҙур иғтибар бирелә.
Читайте нас